Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Октябрь 2023, 10:10

ШӘП ЭСЕМЛЕК

Был эсемлек түшәктә ятҡанды аяҡҡа баҫтырасаҡ, – тип яҙылған.Эсемлек әҙерләү өсөн өс ингредиент ҡына кәрәк: һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһе (уксус).

ШӘП ЭСЕМЛЕК
ШӘП ЭСЕМЛЕК

Был компоненттарҙың комбинацияһы күп ауырыуҙар менән көрәшә. Астма, артрит, гипертония, түлһеҙлек, импотенция һәм хатта яман шеш — бөтә был ҡот осҡос ауырыуҙар — дауалау эликсирына ҡаршы тора алмай.

Дауалау эсемлегенең тәьҫире иммунитеттың көсәйеүе һәм организмда «насар» холестерин кимәленең түбәнәйеүе менән аңлатыла. Был рецепт күп пациенттарҙа һыналған.

Составы: 1 стакан алма уксусы; 1 стакан яңы тәбиғи бал; 10 тырныҡ һарымһаҡ.

Әҙерләү:

Һарымһаҡты таҙартып, тырнаҡ көйө (мин ҡырғыс аша үткәрҙем, рецепта бөтөн килеш тиелгән) уксус һәм бал ҡушып, ҡатышманы тығыҙ ябыла торған банкаға һалығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға.

Нисек ҡулланырға: иртәнсәк дауалау сараһын 2 сәй ҡалағы ас ҡарынға эсергә. Уны һыу йәки сәй менән эсергә мөмкин, әммә эликсирҙы ҡулланғандан һуң 15 минут ашарға ярамай.

Һөҙөмтәһен бишенсе көндә үк һиҙерһең.

Хәлһеҙлек, баш ауыртыу юғалыр, аш һеңдереү һәм организмдың дөйөм тонусы яҡшыра. Һыуыҡтар башланғас, бер ниндәй ҙә инфекция ҡурҡыныс булмаясаҡ!

 

 

Латифа Атанова битләүенән.

фото: muzoktcrb.ru

Автор:Резеда Валиева