Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2023, 10:20

АНГИНАНАН ЯРҘАМ ИТЕР 4 ЫСУЛ

Сөгөлдөр һыуы. Бының өсөн сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәреп, һыуын сығаралар. 1 стакан сөгөлдөр һыуына 1 аш ҡалағы һеркә (эссенцияһын түгел!) өҫтәргә. Көнөнә 5-6 тапҡыр тамаҡты сайҡайҙар, бер йотом эсеп ебәреү ҙә зыянһыҙ.

Һуған ҡабығы һарҡындыһы менән сайҡау. 3 сәй ҡалағы һуған ҡабығын 0,5 литр һыуға һалып ҡайнатырға, 4 сәғәт төнәткәс, һөҙөргә.
Һарымһаҡ төнәтмәһе менән сайҡау. Таҙартылған һәм ваҡланған 100 грамм һарымһаҡҡа бүлмә температураһындағы 100 мл ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ябып 5-6 сәғәт тоторға (24 сәғәт тоторға ярай). Шунан һуң һөҙөп, йылымыс көйөнсә тамаҡты сайҡарға.
Тамаҡты һәм ауыҙҙы бал болғатҡан һыу менән сайырға. Тамаҡ биҙҙәренең шешен ҡайтара, эренле шештәрҙе бөтөрә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: