Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Август 2023, 12:25

Стоматология кабинеты асыла

Капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асасаҡ Сибай гимназия-интернатында заманса стоматология кабинеты булдырылды.

Стоматология кабинеты асыла
Стоматология кабинеты асыла

 

 

Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда «Күккә ос!» республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса 30 стоматология кабинеты асыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2022 йылда теш табиптары өсөн 12 кабинет йыһазландырылған.
Әлеге мәлдә республика мәктәптәрендә бөтәһе 214 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 80-не «Күккә ос!» проекты сиктәрендә асылған. Уларҙа 223 кеше эшләй. 2022-2023 уҡыу йылында теш табиптары 130 мең уҡыусыны һәм 5 мең уҡытыусының тешен дауалаған.

-Был йүнәлеште үҙебеҙҙең иң яҡшы практика, тип иҫәпләйем. Уҡыусыларҙы бала саҡтан тештәрен һаҡларға, теш табиптарынан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ, уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ,--тине Радий Хәбиров. 

 

Автор:Гульдар Кадаева