Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Июль 2023, 17:30

ЭҪЕ "ҺУҠҺА" НИ ЭШЛӘРГӘ?

Эҫе тейеүҙең тәүге билдәләре: хәлһеҙлек, йоҡо килеү, ауыҙ ҡыуышлығында ҡоролоҡ, тын алыу йышая, баш әйләнә. Был осраҡта иң беренсе күләгәгә барырға, һыу эсергә, организмды һыуытыу сараһын күрергә. Маңлайға, ҡултыҡ аҫтына еүеш сепрәк һалырға, мөмкин тиклем алмаштырырға. Ваҡытында сара күрмәһәгеҙ, ҡалтыратыр, уҡшырһығыҙ, көҙән йыйырыуы ихтимал (судроги). Был саҡта табиптарға тиҙ арала мөрәжәғәт итергә. Иң мөһиме—ҡапыл температураны алмаштырмаҫҡа. Мәҫәлән, һыуыҡ һыу һибергә, һыуыҡ һыуға төшөргә ярамай. Был хәлде тағы ла ҡатмарлаштырыуы мөмкин, хатта йөрәк туҡтауы ихтимал. Пульс йышайһа, уҡшытһа, түш ауыртып, һул ҡулға бирһә кисекмәҫтән Тиҙ ярҙам саҡырырға.      

ЭҪЕ "ҺУҠҺА" НИ ЭШЛӘРГӘ?
ЭҪЕ "ҺУҠҺА" НИ ЭШЛӘРГӘ?

Һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Резеда Валиева