

Операция барышында таш тулыһынса онталған. Сирле хәҙер үҙен яҡшы тоя, элекке ауыртыныуҙары юҡҡа сыҡҡан. 2 көндән ул дауахананан сығарыла.
-Һуңғы арала төбәктә бөйөр, бәүел ҡыуығы, һейлек юлдарында таш булыуға зарланыусылар бик күп. Органдарҙағы ташты лазер менән онтау кеше организмын артыҡ тарвмаламаған алым. Тәнде, органды ҡырҡып операция яһауға альтернатива булыуы менән дә отошло,--ти хирургия бүлеге мөдире Линар Алик улы. -Дистанцион литтрипсия, конкременттарҙы башҡа төрлө сығарыу алымдары менән сағыштырғанда контактлы алымдың бер нисә ыңғай яғы бар: өҙлөгөү минималь процент, реабилитация ваҡыты бик ҡыҫҡа, операциянан һуң урыны ауыртып йонсотмай, инструменттар ағзаларға тәбиғи юл менән индерелә, шул рәүешле тән ҡырҡылмай, яралар булмай. Пациенттар өсөн өҫтөнлөктәре: стационарҙа оҙаҡ ятмайҙар, рецидивтар булмай.
Процедура табип йүнәлтмәһе буйынса һәм бушлай үткәрелә.
Бәүел ҡыуығына, бөйөрөгөҙгә бәйле проблемаларығыҙ бар икән поликлиника регистратураһы аша урологҡа яҙылырға кәрәк. Урологтар Н.Я.Шатов 416 кабинетта көндә иртәнге 8.00 сәғәттән 15.30 ҡәҙәр, С.А.Иноятов көндә 14.00-16.00 сәғәттәрҙә ҡабул итә.