-7 °С
Ҡар
Күп йылдар элек Үзбәкстанда йәшәп ҡайтҡан бер әбей ҡышҡа витаминдар сығанағын биргән ине.
Кәрәк була: күрәгә 0,5 кг;
йөҙөм 0,5 кг;
ҡара емеш 0,5 кг;
инжир (булмаһа да ярай) 0,5 кг;
әстерхан сәтләүеге (грецкий орех) 0,5 кг;
1 лимон;
бал 0,5 кг.
Барыһын да яҡшылап йыуабыҙ. Ит турағыстан үткәреп, бал ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа банкаларға тултырып ҡуйып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ
Көн һайын иртәнге ашҡа ярты сәғәт ҡалғас 1 аш ҡалағы ҡатышманы 0,5 ст йылы һыу мелән эсеп ҡуйырға. 1 ай эсергә кәрәк була.
Мин иртән дә эсәм, көндөҙ сәй эскәндә лә ҡабам.
Рәмзиә Әхмәҙуллина.