Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Октябрь 2022, 10:40

ЕТЕН МАЙЫ ФАЙҘАЛЫ

Бер-ике ҡалаҡ етен майы организмдың был кислоталарға бер тәүлеклек ихтыяжын ҡаплай. Бынан тыш, унда бик файҙалы лайла бар, ул ашҡаҙандың һәм эсәктәрҙең елһенгән урындарына үҙенсә һаҡлаусы япма булып тора.

ЕТЕН МАЙЫ ФАЙҘАЛЫ
ЕТЕН МАЙЫ ФАЙҘАЛЫ

Етен майын төрлө өлкәлә—кулинариянан башлап бит тиреһен тәрбиәләүгә тиклем ҡулланалар.

Етен майын етен орлоғонан эшләйҙәр. Унда омега-3 кислотаһы бик күп ә ул физик һәм психик сәләмәтлеккә бик кәрәк. Алмаштырығыһыҙ ҡуйы майлы кислоталарға бай булыуы менән ул хатта балыҡ майын да уҙып китә.

Бер-ике ҡалаҡ етен майы организмдың был кислоталарға бер тәүлеклек ихтыяжын ҡаплай. Бынан тыш, унда бик файҙалы лайла бар, ул ашҡаҙандың һәм эсәктәрҙең елһенгән урындарына үҙенсә һаҡлаусы япма булып тора.

Ул витаминдарға (айырыуса Е витаминына), майлы кислоталарға, макро- һәм микроэлементтарға бай. Ябығырға теләүселәр уны киң ҡуллана, шулай уҡ косметология өлкәһендә лә бик популяр.

Түбәндәге осраҡтарҙа етен майы айырыуса файҙалы, тип иҫәпләй белгестәр.

* Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү.

* Шәкәр диабетынан, һимеҙлектән йонсоу.

* Төрлө яман шештәрҙе (бигерәк тә һөт биҙҙәрендә) иҫкәртеү өсөн.

* Эс ҡатыу (эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшы көйләй).

* Организмдың ҡартайыуына ҡаршы көрәшә, бит-йөҙҙө матурлай, тиренең, сәс һәм тырнаҡтарҙың торошон яҡшырта.

Күп осраҡта етен майын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсергә кәңәш итәләр.

Шуны ла әйтергә кәрәк: етен майын һыуытҡыста, йә ҡараңғы урында һаҡларға кәңәш ителә. Ҡапҡасын ныҡ ябығыҙ. Асҡандан һуң 3 ай эсендә генә ҡулланырға.

Дарыу эскән мәлдә, етен майын ҡулланмағыҙ. Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

Әйткәндәй, етен майы урынына уның орлоғон да ҡулланырға мөмкин.

 

Фото интернеттан.

 

Автор:Резеда Валиева