АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Сентябрь 2022, 16:05

АСЫҠ ҺӘМ ХӘСТӘРЛЕКЛЕ

Медицина учреждениелары асыҡ һәм хәстәрлекле була аламы? Бының өсөн нимә эшләргә?

АСЫҠ ҺӘМ ХӘСТӘРЛЕКЛЕ
АСЫҠ ҺӘМ ХӘСТӘРЛЕКЛЕ

Башҡортостанда «Асыҡ балалар табыу йорто һәм хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы» концепцияһы раҫланды. Уның төп маҡсаты—төбәктә тыуым һанын арттырыуға булышлыҡ итеү.

Был концепция республикала бала табыу йорттарында, ҡатын-ҡыҙ консультацияларында ҡатын-ҡыҙҙарға уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әлеге статус барлыҡ медицина учреждениеларына бирелмәй. Аныҡ критерийҙарға яуап биргәндәре генә был исемгә лайыҡ була.

«Хәстәрлекле» исеме сабыйҙар менән килгән әсәләргә (балалар арбаһы ҡуйыу урыны, балалар бүлмәһе һ.б) уңайлы шарттар тыуҙырға, бар мәғлүмәттәрҙе еңел табып булған, дөрөҫ имеҙергә өйрәткән, йәш атай-әсәйҙәргә кәңәштәр биргән, сабый донъяға килгәндән һуң да ярҙам итергә әҙер булған учреждениеларға бирелә.

«Асыҡ» статусы партнерҙар менән бергә бала табырға мөмкинлек тыуҙырған, асыҡ ишектәр көнө ойошторған, хәүефһеҙлек менән тәьмин иткән бала табыу йорттарына бирелә.

Әлеге статустарҙы бирер алдынан эксперт комиссияһы ҡарап баһалаясаҡ.

 

фото: Башинформ

Автор:Резеда Валиева