Һаулыҡ һаҡлау
22 Августа 2022, 09:30

Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Сирусиндарҙың династияһы республикала өсөнсө урынды биләй Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абрар Низам улы һәм Нурикамал Сәйфуллла ҡыҙы Сирусиндарҙың ғаиләһендә туғыҙ бала үҫә. Иң өлкән улдары Вәкил табип һөнәрен һайлай һәм был аҙымы менән нәҫелдәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙ династияларына нигеҙ һала. Ғаиләнең туғыҙ баланың етәүһе бер-бер артлы Сибай медицина училищеһына уҡырға керә. Вәкил, Әнүәр, Венера, Мәрүән, Флүрә, Гөлнира һәм Юлиә аҡ халатлылар рәтен тулыландыра. Артабан юғары белем алыу маҡсаты менән Вәкил, Әнүәр һәм Венера Сирусиндар Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Табиплыҡ һәләте - Хоҙай бүләге -тип әйтергә ярата Сирусиндар.

Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!
Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!

Ябай ауылда үҫеп, ауыл мәктәбендә белем алған Сирусиндарҙың медицина юлын һайлауҙарына күптәр аптырап ҡала. Әгәр ҙә иң өлкән ағайҙары Вәкил Әнүәр улы ул саҡта медицина училищеһын түгел, ә педагогия училищеһына документтарын тапшырһа, кем белә, бәлки уларҙың барыһы ла уҡытыусылар булыр ине... Сөнки элек ғаиләлә иң өлкән ағай йәки апай ниндәй һөнәр һайлаһа, ҡалғандары ла уның юлын дауам иткән.

Вәкил Сирусин Башҡорт дәүләт медицина институтында белем алған саҡта Флорида Гужат ҡыҙы менән өйләнешеп, йүнәлтмә буйынса Ҡурған ҡалаһына эшкә ебәрелә. Оҙаҡ йылдар хирург булып эшләй, ҡатыны - акушер-гинеколог була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вәкил Абрар улы мәрхүм.

-Иремдең ҡулдары алтын ине, - тип хәтерләй Флорида ханым. –Өйҙә күп эштәрҙе үҙе башҡарҙы, хатта бармаҡтарын даими күнектереү өсөн операция араһында ырғаҡ менән салфеткалар бәйләй, сигә лә торғайны. Ундайҙар хаҡында табиплыҡ һәләте Хоҙайҙан тиҙәр.

Ата-әсәләренең юлын балалары Аделина, Аэлита һәм Артур ҙа дауам итә, уларҙың барыһы Силәбе медицина академияһын тамамлап, бөгөн табип һөнәренә тоғро ҡалғандар.

Венера Сирусина - Камалова тәүҙә Сибай медицина училищеһын, артабан Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлап, Баймаҡ ҡалаһында оҙаҡ йылдар табип-терапевт булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, хеҙмәт стажы - 41 йыл.

Рәсәйҙең почетлы доноры, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Мәрүән Сирусин оҙаҡ йылдар Темәс ауылындағы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең алыштырғыһыҙ фельдшеры була, ҡатыны Ғәзимә Тәлғәт ҡыҙы ла Темәс психоневрология интернатында шәфҡәт туташы булып эшләй. Уларҙың ҡыҙҙары Светлана 2015 йылда Пермь фармакадемияһын тамамлап, үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт итә.

Флүрә Абрар ҡыҙы хеҙмәт юлын тыуған ауылы Күгиҙелдә фельдшер булып башлай, артабан Өфөгә күсә һәм бөгөн республика кардиология үҙәгендә эшләй.

Гөлнира Абрар ҡыҙының хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу, бөгөн әсәһенең юлын ҡыҙы Әлиә дауам итә. Сибай медицина колледжын тамамлаған ҡыҙ әле Өфөнөң 6-сы һанлы дауаханаһында реанимация бүлегендә эшен дауам итә.

Юлиә Абрар ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй, уның тормош иптәше Шәфҡәт Өмөтбаев та табип. Ҡыҙҙары Шәмилә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, әле Сорғот ҡалаһында табип-терапевт.

Үҙҙәре - табиптар, ҡатындары - шәфҡәт туташтары

Сирусиндарҙың данлыҡлы һаулыҡ һаҡлау династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр рәтен тулыландырған Әнүәр Абрар улы Сибай ҡалаһында иң хөрмәтле табиптарҙың береһе ине. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әнүәр Сирусинды барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ яҡшы хәтерләй. Оҙаҡ йылдар Сибай үҙәк дауаханаһында алыштырғыһыҙ хирург була, реанимация бүлеге асылғас, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта 22 йыл Сибай медицина колледжында студенттарға хирургия буйынса дәрестәр бирә. Республикала тәүгеләрҙән булып тест буйынса һорауҙар алыуҙы ойоштора, программалы белем биреү йүнәлешен булдыра. 1991-1992 йылда Әнүәр Абрар улы үҙ ҡулдары менән йыһазландырған хирургия кабинеты медицина училищелары араһында иң яҡшыһы булып таныла һәм махсус дипломға лайыҡ була. Медицина өлкәһендә үҙ “Кулибин”ы булараҡ та танылыу яулай ул: төрлө уйлап тапҡан эштәре һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә киң файҙаланыла.

Тап ошондаүҙенең буласаҡ тормоштағы иң ҙур аҫыл “хазина”һын. осрата. Хазина Әбделхай ҡыҙы медицина училищеһында лаборантка булып эшләгән була. Нескә билле, һылыу ҡыҙ тәү күргәндә үк күңеленә оҡшай һәм күп тә үтмәй йәштәр өйләнешә. Тормоштарын йәмләп балалары - Динә менән Тимур тыуа. Мәктәпте тамамлағас та медицина училищеһына инә алмаған Хазина Сирусина балалары бер аҙ ҙурайғас, хыялын тормошҡа ашырып, ҡулына Сибай медицина училищеһы дипломын ала. Аҙаҡ Сибай ҡала үҙәк дауаханаһында хаҡлы ялға сыҡҡансы, шәфҡәт туташы булып эшләй.

Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Әнүәр Абрар улы Гиппократ антына тоғро ҡала, анестезиолог булып эшләй, күпме сирлеләргә операция яһай, уларға икенсе ғүмер бүләк итә.

Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй бала саҡтан улдары Тимур ҙа аҡ халатлы ата-әсәләре янында, уларҙың эшенә барып, сирлеләргә нисек ярҙам итеүҙәрен күреп үҫә. Шуғалыр ҙа мәктәпте тамамлағас, уның алдында ҡайҙа барырға тигән һорау тормай: документтарын ҡасандыр атаһы белем алған Башҡорт дәүләт медицина университетына тапшыра. Хеҙмәт юлын тап ата-әсәһе эшләгән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан башлай. Бөгөн ул ЛОР бүлеге етәксеһе, төбәктә берҙән-бер пластик хирург та. Шул уҡ ваҡытта Өфө ҡалаһында табип-отоларинголог, Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия ауырыуҙары һәм яңы технологиялар кафедраһы мөдире булып та эшләп өлгөрә. Атаһы өлгөһөндә уйлап табыу эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Уның үҙе уйлап табып ауырыуҙарҙы дауалау роботы Бөтә Рәсәй конкурсында 1 миллион һумлыҡ грант ота һәм әле Өфө ҡалаһының тимер юлсылар дауаханаһында бик уңышлы ҡулланыла.

Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тигәндәре хаҡтыр күрәһең. Пластик хирург булыуына ҡарамаҫтан, Тимур Әнүәр улының да ҡулдары атаһыныҡы кеүек алтын. Ул шулай уҡ көмөштән төрлө  милли биҙәүестәр яһай, һарыҡ тиреһен үҙе эшкәртеп, ябыуҙар , төрлө йәнлек тиреләренән ирҙәр өсөн милли кәпәстәр тегә. Кәләште лә алыҫтан эҙләмәй ул: үҙенең шәфҡәт туташы булып эшләгән Эльвира Салауат ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Әле аҡ халатлылар династияһының киләһе быуынын дауам итерлек Әнүәр һәм Сара исемле балалары үҫә.

-Атаһының хөрмәтенә Әнүәр тип исем ҡуштыҡ, ейәнебеҙ хас та олатаһы . Алла бирһә, уның юлын дауам итәсәк тип ышанабыҙ, - ти Хазина Сирусина.

Әйткәндәй, кескәй Әнүәр тиҫтерҙәре кеүек машина уйнауҙы хуп күрмәй, ә Сирусиндар нәҫеленә хас булғанса, кемделер дауалауға, бесәйҙәргә укол һалырға ярата. Телевизор һәм радионан башҡорт халыҡ йырҙары ағылһа, шул музыканы тойоп, үҙенсә көйгә ҡушылып йырларға ла маташа. Йөрәгенә халҡыбыҙ моңо, күңеленә ата-олатайҙарының табип башланғыстары һиҙелгән бала киләсәктә ниндәй йүнәлеште һайлар әйтеүе ҡыйын, әммә бөгөндән үк уның күңеле матур, шағир әйтмешләй, “ҡояштың яҡты яғында йәшәй” икәнлеге билдәле.

Ҡыҙҙары Динә рәссам-дизайнер, тормош иптәше Ринат Моратшин менән сәскәләй өс ҡыҙ үҫтерә. Диана, Аделина һәм Сафияны өләсәләре Хазина ханым халҡыбыҙҙың милли йолаларына таянып тәрбиәләүгә тырыша. Йәй көнө улар өләсәләре йәшәгән йортта мәж килә: рәхәтләнеп урамда уйнай, милли кейемдәр кейеп концерт та ҡуйып ташлайҙар, Хазина өләсәләренә ҡушылып башҡорт йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәнәләр.

Ҡасандыр Әнүәр Абрар улы “хазинам минең” тип әйткән һүҙе ысынлап та Хазина Әбделхәй ҡыҙына тап килә. Күңеле тулы хазина, йөрәге тулы - изгелек уның. Уның бер ваҡытта ла тик ултырған ваҡыты юҡтыр, һәр саҡ хәрәкәттә, ниндәйҙер изге эштәр атҡарырға ашҡына ул. Ветеран табиптарға ярҙам итһенме, Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона барып, ҡорбан аштары үткәрһенме, йәиһә булмаһа Хәйбулла районынан күҙе күрмәгән йәш композитор һәм йырсы Азат Исҡужинға, студент-инвалид Иҙел Хәкимовҡа ярҙам ҡулы һуҙһынмы - барыһына ла өлгөрә, йүнен таба, хәстәрлек күрһәтә.

Табиптар династияһының сағыу вәкиле булараҡ Сибай ҡала үҙәк дауаханаһында Сирусиндарҙың Шәжәрә байрамын да үткәреүҙә төп көс тә уға йөкмәтелә, бар туғандарын бергә туплап китабын да сығара, нәҫел-нәсәптәрен бер ҡорға йыйыусы, туғанлыҡ ебен дауам итеүсе лә ул. Быйыл Өфө ҡалаһында үткән медиукарҙың парадында  Сирусиндар династияһын лайыҡлы рәүештә күрһәтеү бурысы уға йөкмәтелә.

Бына шундай һаулыҡ һағында бер генә Сирусиндар нәҫеленән 506 йыл хеҙмәт стажы бар. Ҡасандыр ишле ғаиләнән Вәкил Абрар улы үҙенең артынан ҡусты һәм һеңлеләрен эйәртеп, медицина юлын һайлатыуға юл башлауы юҡҡа булмаған.

Данлыҡлы Сирусиндар династияһы артабан да лайыҡлы дауам итер, аҡ халатлылар сафы артыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Кәримә Усманова

Сибай ҡалаһы.

Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!
Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!
Сирусиндарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм стажы - 506 йыл!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас