Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Август , 16:30

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Һуңғы йылдарҙа яһалма керпек ҡуйҙырып, ауыр хәлгә тарып мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта. Был осраҡта тулыһынса шәхси гигиена боҙола. Блефарит диагнозын һәр икенсе ҡатын-ҡыҙға тигәндәй ҡуябыҙ. Күҙ ҡабаҡтары шешә, сөнки ул мик-робтар, күҙгә күренмәҫ талпандарҙан зыян күрә. Шулай уҡ яһалма керпек елеменә аллергия алыусылар осрай, ә инде күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһенә (роговица) елем эләкһә, бөтөнләй ҡурҡыныс, ул яна, таплана, күреү һәләте тоноҡлана.

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Ғәҙәттә, ныҡ ауырып китмәйенсә табиптарға барып күренеүҙе кәрәк тип тапмайбыҙ. Айырыуса, был беҙҙең милләттәштәргә хас. Әллә артыҡ түҙемлебеҙме, әллә үҙебеҙҙе ҡәҙерләп етмәйбеҙме—быныһы икенсе мәсьәлә. Әле әйтергә теләгәнебеҙ шул—йылына, ярты йылға бер тар йүнәлешле белгестәргә лә барып күренеү зарур. Мәҫәлән, офтальмологтарға. Эйе, күптәр йәш өҫтәлә барған һайын—күҙ ҙа насарая бара тип кенә әһәмиәт бирмәүе ихтимал. Әммә был хаталы ҡараш. Һуңғы йылдарҙа күҙ ауырыуҙары арта һәм йәшәрә. Ошоно иҫәпкә алып Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы офтальмологы Алһыу Абрар ҡыҙы Ғайсина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Алһыу Абрар ҡыҙы, әңгәмәне танышыуҙан башлайыҡ.
— Әбйәлил районы Гусев ауылы ҡыҙымын. Ауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Сибай гимназия-интернатында уҡыным. Юғары белемде Башҡорт дәүләт медицина университетында алдым. Педиатрия буйынса уҡыһам да һуңғы курстарҙа офтальмология менән ҡыҙыҡһына башланым һәм интернатураны Өфө күҙ ауырыуҙары институтында үттем. Бер йыл Асҡар дауаханаһында эшләнем, 2011 йылдан Сибай дауаханаһында хеҙмәт юлымды дауам итәм. Ҡала поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итһәм, дауаханала дауалайым, операциялар эшләйем. Эшем ныҡ оҡшай.
—Нәҫелегеҙҙә табиптар бармы?
—Юҡ. Ата-әсәйем ябай һөнәр эйәләре. Мин үҙем мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ биология, айырыуса анатомияны ярата инем. Шуға ла 9-сы кластан һуң гимназияның химия-биология йүнәлешендәге класҡа уҡырға килдем. Аҡ халатлыларға ҡыҙығып ҡарауым мине Башҡорт дәүләт медицина университетына алып килде. Үкенмәйем, һөнәремде яратып һайланым һәм яратып эшләйем.
—Ярайһы уҡ стаж йыйғанһығыҙ. Ошо арауыҡ эсендә күҙ ауырыуы менән сирләүселәр кәмейме, әллә артамы?
—Арта һәм йәшәрә бара. Заман йәшен тиҙлегендә үҙгәргән кеүек сирҙәр ҙә бик йылдам күбәйә һәм йәшәрә һәм, әлбиттә, беҙгә улар артынан ҡалышмаҫҡа, хатта бер аҙым алда барырға кәрәк. Шуға камиллашыу өҫтөндә эшләйбеҙ, уҡыйбыҙ, конференцияларҙа ҡатнашабыҙ, яңы технологияларҙы өйрәнәбеҙ.
—Бөгөн Сибай ҡалаһында офтальмология ниндәй кимәлдә?
—Тәүге йылдарҙа ҡатмарлы операцияларҙы Өфөгә ебәрә инек. Хәҙер барыһын да үҙебеҙ эшләйбеҙ. Беҙгә Сибайҙан ғына түгел, Урал аръяғынан мөрәжғәт итәләр һәм рәхмәт белдерәләр. Беҙҙең дауаханала бөтәһе 5 офтальмолог, һәр береһе үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр. Заманса аппаратуралар, эшләү өсөн шарттар бар.
—Ниндәй күҙ ауырыуҙары йыш осрай?
—Күҙҙәге селтәрле шекәрә дистрофияһы киң таралды. Уның ҡоро һәм дымлы формаһы була. Был дөрөҫ йәшәү рәүеше алып бармауға, дөрөҫ туҡланмауға бәйле. Ҡороһонан дымлыға күсеү күҙәтелә ҡалһа, кеше бөтөнләй күреү һәләтен юғалтырға мөмкин. Шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырыусылар араһында күҙ сире менән яфаланыусылар бик күп. Бер сир икенсеһе менән ныҡ бәйле. Элек ололар күберәк мөрәжәғәт итһә, йылдан-йыл йәштәр күбәйә бара. Катаракта менән йонсоусылар ҙа күп. Был инде, күптәр беләлер, күҙ хрусталиктарының тоноҡланыуы. Бында инде йәшкә (возраст) бәйле үҙгәрештәр тәьҫир итә. Нимә менәндер ныҡлап ауырығандан һуң да катаракта үҙен һиҙҙертеүе ихтимал, йә иһә гормональ үҙгәрештәр йә гормональ препараттар сирҙе аҙҙыра.
—Бөтә донъяны шаулатҡан Ковид-19 вирусы күҙҙәргә зыян килтерҙеме?
—Был вирус аҙған мәлдә кеше урамға сығырға, кеше араһына барырға, дауаханаларға килергә ҡурҡты. Шул рәүешле уларҙың башҡа ауырыуҙары аҙҙы, тип әйтергә була, сөнки мәлендә дауаланыу ала алманылар. Ковид арҡаһында күҙҙәрҙә шешеү (увеит, кератит, конъюнктивит) булды.
—Ә бына Сибайҙа карьер проблемаһы шау-шыу уятҡан мәлдә һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр күбәймәнеме?
—Юҡ, нәҡ карьерға бәйле сир арты-уын күҙәтмәнек. Бәлки, кемгәлер аллергия биргәндер, әммә етди, ҡурҡыныс сир теркәлмәне.
—Күҙ сире менән ауырыусылар йәшәрә тигәйнегеҙ. Был, моғайын да, замана технологияһына—компьютерҙарға, телефон һәм башҡа гаджеттарға бәйлелер.
—Эйе, балалар, үҫмерҙәр ауырый. Миопия дагнозлы пациенттар арта, ҡоро күҙҙәр синдромлылар күбәйә. Кем компьютер артында эшләй, мотлаҡ дымландырыусы тамсылар тамыҙырға кәңәш итер инем. Шуны әйтер кәрәк: 40 йәште уҙҙыңмы, күҙҙәр насарая башлай. Шуға ла үҙеңә ярашлы күҙлекте мотлаҡ һайлап кейә башлау зарур. Интернет аша үҙаллы өйрәнеп, дарыу алып, ҡулланыу дөрөҫ түгел. Реклама тәьҫиренә бирелмәгеҙ, мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ, үҙегеҙгә ярашлы препарат һәм күҙлек һайлағыҙ тип әйткем килә. Ярты йылға бер белгестәргә күренеү бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.
—Күҙ сиренә кемдәр күберәк дусар була? Ир-егеттәрме, әллә ҡатын-ҡыҙҙармы?
—Гүзәл заттар күберәк. Гормональ үҙгәрештәр үҙен һиҙҙермәй ҡалмай.
—Ә бына тыумыштан насар күргән, ниндәйҙер күҙ ауырыуына дусар булған сабыйҙар тыуамы?
—Булғылай. Әгәр әсә йөклө саҡта ниндәйҙер ауырыу үткәрһә, йә насар йәшәү рәүеше алып барһа, ул, әлбиттә, балаға тәьҫир итә. Шулай уҡ нәҫелдән килгән сирҙәр сабыйға бирелеүе ихтимал. Әйткәндәй, балаларҙа рефракция аномалияһы йыш күҙәтелә. Бында миопия, гипермотропия, астигматизм инә. Әлеге лә баяғы гаджеттар «ғәйепле». Балаларға телефон биреүҙе мотлаҡ сикләргә, мөмкин булһа бөтөнләй бирмәҫкә кәрәк. Үҫеүсе организмға ғына түгел, ғөмүмән барыбыҙға ла дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барыу, витаминлы ризыҡтар менән туҡланыу тик файҙаға ғына булыуын онотмайыҡ. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашағыҙ, тип әйтер инем.
—Һуңғы йылдарҙа кеше йыш стресс кисерә. Был күҙҙәргә тәьҫир итәме?
—Әлбиттә. Был русса центральная серозная хориопатия тип атала, йәғни күреү һәләте насарая. Башлыса ваҡытлыса, стресс үтеү менән уның да үтеүе ихтимал. Көйәләнгәндә кешенең ҡан баҫымы күтәрелеп, күҙҙә тромбоз барлыҡҡа килеүе лә йыш күҙәтелә. Ололар гипертания тәьҫирендә шулай ыҙалаһа, йәштәрҙә лә осрап ҡуя. Был стрестан. Кеше предметтарҙы ҡыйыш күрә башлай икән, кисекмәҫтән медицина ярҙамы алырға кәрәк, сөнки һуң булыуы ихтимал.
—Замана ҡатын-ҡыҙҙары яһалма керпек үҫтереү менән булыша. Быға ҡарашығыҙ?
—Был көнүҙәк проблема. Һуңғы йылдарҙа яһалма керпек ҡуйҙырып,
ауыр хәлгә тарып мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта. Был осраҡта тулыһынса шәхси гигиена боҙола. Блефарит диагнозын һәр икенсе ҡатын-ҡыҙға тигәндәй ҡуябыҙ. Күҙ ҡабаҡтары шешә, сөнки ул мик-робтар, күҙгә күренмәҫ талпандарҙан зыян күрә. Шулай уҡ яһалма керпек елеменә аллергия алыусылар осрай, ә инде күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһенә (роговица) елем эләкһә, бөтөнләй ҡурҡыныс, ул яна, таплана, күреү һәләте тоноҡлана. Был өлкәлә практикам ҙур. Гүзәл заттар килеп, дауаланып алғас, рәхмәт әйтеп, башҡаса яһалма керпек ҡуйҙырмаҫҡа анттар биреп китә. Ысынлап та, яһалма керпек бик зыянлы. Гүзәл заттар уның менән булышмаһа ине ул. Бик булмаһа сифатлы туштар менән буянығыҙ. Ә яһалма керпек ҡуйҙырыу теләге шул тиклем көслө икән, мәҫәлән, туй, юбилей алдынан эшләтегеҙ, аҙаҡ байрамдан һуң кире алдырығыҙ. Айлап йөрөү үтә ныҡ насар тәьҫир итә. Тәбиғи матурлыҡҡа ҡәнәғәт булып ҡалыу күпкә яҡшыраҡ. Битте рәхәтләнеп йыуған кеүек күҙҙе лә көн дә йыуыр кәрәк. Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева