+20 °С
Облачно


Һөлөк һалдырғанда кеше 30 мл ҡан юғалта. Һөлөк үҙе 15 мл ҡан эсә. Көн дауамында үл тешләгән яранан яҡынса тағы шул ҡәҙәр ҡан һарҡый. Нәтижәлә, ҡан тамыры бушай, ҡан баҫымы ла нормалләшә. Шуға ҡурҡырға кәрәкмәй, ти белгестәр. Әммә шуныһы бар: ни ҡәҙәр генә файҙалы булһа ла, һөлөк иң беренсе йән эйәһе. Әйтәйек, һөлөк тәрәнерәк китеп, ҡан тамырын тешләһә, көслө ҡан китеп, уны үҙең генә туҡтата алмауың да ихтимал. Шуға был эште тәжрибәле табип ҡына башҡарырға тейеш.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һалдырғанығыҙ бармы? Файҙаһы тейҙеме?