АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
8 Июля 2022, 11:15

Хәйбулланың дан ғаиләһе!

Студент саҡта танышып, ҡауышып, тормош йөгөн төптән егелеп алға тартҡан, райондың үҫешенә төрлө яҡлап тос өлөш инедргән был ғаиләне Хәйбулла халҡы яҡшы белә. Ҡыҙрасовтар – Алик һәм Гүзәл Сибай медицина училищеһын тамамлағандан алып инде хәҙер 35 йылға яҡын Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләй. Уларҙың икеһенең дә хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Ғаилә башлығы – Алик Ҡыҙрасов—массажист. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы маҡтаулы исемен йөрөтә. Гүзәл иһә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар баш шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Намыҫлы хеҙмәте ошо көндәрҙә юғары баһаланды—уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре маҡтаулы исеме бирелде.

Хәйбулланың дан ғаиләһе!Хәйбулланың дан ғаиләһе!
Хәйбулланың дан ғаиләһе!

Бөгөнгө матур байрам—Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ Алик һәм Гүзәл Ҡыҙрасовтар тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Студент саҡта танышып, ҡауышып, тормош йөгөн төптән егелеп алға тартҡан, райондың үҫешенә төрлө яҡлап тос өлөш инедргән был ғаиләне Хәйбулла халҡы яҡшы белә. Ҡыҙрасовтар – Алик һәм Гүзәл Сибай медицина училищеһын тамамлағандан алып инде хәҙер 35 йылға яҡын Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләй. Уларҙың икеһенең дә хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Ғаилә башлығы – Алик Ҡыҙрасов—массажист. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы маҡтаулы исемен йөрөтә. Гүзәл иһә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар баш шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Намыҫлы хеҙмәте ошо көндәрҙә юғары баһаланды—уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре маҡтаулы исеме бирелде. Ҡыҙрасовтар район үҙәгендә ҙур итеп йорт һалып, күптәргә өлгө булып донъя көтә. Улдары Линар һәм Артурға матур тәрбиә һәм белем биргәндәр. Быйылғы йыл Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылында Ҡыҙрасовтар ғаиләһе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, студент саҡтарында тыуған малайҙары Линар Алик улы Ҡыҙрасов әлеге мәлдә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлеген етәкләй. Йәш белгес һәр ваҡыт камиллашыу юлында, ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Линарҙың кәләше лә табип. Улар бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Артурҙары Өфөлә йәшәй, энергетика өлкәһе белгесе. Улар ҙа кәләше менән ҡыҙ һәм малайға ғүмер бүләк иткән.

Ошондай дуҫтарыбыҙ булыу менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә бергә-бергә, именлектә, татыулыҡта йәшәргә яҙһын!

Миңһылыу һәм Тәлғәт Шакировтар.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас