--Беҙҙең эш тынғыһыҙ, әммә үтә лә ныҡ кәрәкле. Тап беҙҙең хеҙмәткә табиптарҙың дөрөҫ диагноз ҡуйып, сирлене дауалауы бәйле,--ти Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы.-Беҙҙең үҙәкләштерелгән лаборатория Урал аръяғының барлыҡ ҡала һәм райондарынан көн һайын 3 меңгә яҡын проба ҡабул итә. Белгестәр ҡулы аша көндә 9 меңгә яҡын тикшереү материалы үтә.
Сибай медицина округында йәшәүселәрҙе лаборатор анализдар менән тәьмин иткән үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторяһы айырым 2 ҡатлы бинала урынлашҡан. Бында 50-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй: 2-әүһе табип-бактериолог, 3-әүһе клиник лаборатор диагностикаһы табибы, 12 биолог, 21 медицина лабораторияһы техниктары һәм лаборанттар, кесе медицина персоналы. Коронавирус пандемияһы мәлендә тәүлек әйләнәһенә эшләһәләр, әлеге ваҡытта сир сигенгәнлектән, ябай режимға күскәндәр. Лабораторияла барлыҡ уңайлы шарттар ҙа тыуҙырлған, заманса техника белгестәрҙең эшен күпкә еңеләйтә.
Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы коллективынан ҡәнәғәт. Эшенә яуаплы ҡараған етәксе ғаиләһендә уңған ҡатын, балаларына һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй. Рафиҡовтар табип династияһына баш һалған тиһәң дә хата булмаҫ. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән генә был өлкәнән ситкә тайпылған. Ул—иҡтисадсы, ә бына улдары Салауат Өфөлә профауырыуҙар институтында таип булып эшләй, аспирантурала уҡый. Тимурҙары өфө авиация институтының биотехногия факультетында белем ала. Ғаилә башлығы Шәһит Мөхитдин улы--провизор.
Силәбелә тыуып үҫеп, Сибайға килен булып төшкән Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы ҡаланың йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнай. Ул Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау комиссияһында ағза булараҡ әүҙем эш алып бара.