Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Февраль , 15:20

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Сибай ҡалаһында COVID йоҡтороусылар һаны күбәйҙе. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: балалар ҙа ныҡ ауырый. Ҡалалаштарға медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында өлкәндәр поликлиникаһының эш графигы үҙгәрҙе. Поликлиника иртәнге 8-се яртынан киске 22.00 сәғәтҡә ҡәҙәр көн һайын ялһыҙ эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре киске 21.00 сәғәткә ҡәҙәр саҡырыу буйынса өйҙәргә лә барып ауырыуҙарҙы ҡарай.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Балалар поликлиникаһы киске 20.00 сәғәткә ҡәҙәр сирлеләрҙе ҡабул итә. ПЦР-лабораторияһы тәүлек әйләнеһенә эшләүгә күсте. Вируслы инфекция йоҡтороусылар айырым фильтр бүлектә ҡарала. Өйҙәргә йөрөп хеҙмәтләндергән күсмә бригадалар бар.

Был сир медицина персоналын да урап үтмәне. Хеҙмәткәрҙәрҙең 10 проценты сирләүгә ҡарамаҫтан, көсөргәнешле эшләйбеҙ. Ситтән йәш көстәр ҙә ҡушылды, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары, 1-се, 5-се курс студенттары, Сибай медицина колледжынан ҡыҙҙар-егеттәр белгестәргә ярҙам күрһәтә.

Әгәр ҙә ауырыуҙың симптомдарын тойһағыҙ:

  1. өйҙә ҡалығыҙ;
  2. аралашыуҙы сикләгеҙ;
  3. 122 һаны буйынса шылтыратып табип саҡыртығыҙ.

Тағы ла бер тапҡыр вакцинация, ревакцинация тураһында иҫкәртәм, һаҡланыу саралары күрегеҙ: битлек кейегеҙ, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ, социаль арауыҡ тотоғоҙ, күмәк кеше йыйылған ерҙә йөрөмәгеҙ.

 

Автор:Гульдар Кадаева