Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Ғинуар , 15:05

Йоғошло сиргә ҡаршы саралар

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау мәсьәләһе буйынса оператив штабтың ултырышын уҙғарҙы. Видео кәңәшмә рәүешендә үткән ултырышта йоғошло сиргә ҡаршы саралар тәҡдим ителде.

Йоғошло сиргә ҡаршы саралар
Йоғошло сиргә ҡаршы саралар

Республикала йәнә лә сир ҡотора. 26 ғинуарға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса Сибай ҡалаһында бер тәүлектә 24 кеше сир йоҡторған. Быға ҡәҙәр был һан 8 генә ине. Коронавирустың яңы омикрон төрө баш ҡалҡытыу сәбәпле, Радий Фәрит улы властың дәүләт һәм муниципаль органдарына хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә тәҡдим итте. Ултырышта стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын автономлы режимға күсереү ҙә ҡаралды.
Омикрон йоҡтороусылар ауырыуҙы еңел рәүештә һәм симптомдарһыҙ үткәрә. Был осраҡта поликлиникаларға көс төшә. Шуға күрә амбулатор звеноны көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Төбәк Башлығы кеше күп йөрөгән урындарҙа санитар-эпидемиология нормаларын ҡәтғи үтәргә саҡырҙы. Вакцинацияны дауам итергә ҡушты. Сибайҙа был тәңгәлдә эштәр туҡтағаны юҡ.
--Ҡалала вакцинация дауам итә. Әлеге ваҡытта 3 вакцинация пункты булдырылған. Береһе “Аструм” сауҙа комплексында булһа, үҙәк майҙанда Камаз автомобиле нигеҙендәге пункт эшләй. Шулай уҡ поликлиникала прививка яһатырға мөмкин. Барлыҡ пункттар ҙа ялһыҙ эшләй. Ҡалалаштарҙы йоғошло сиргә ҡаршы прививка яһатырға саҡырам. Шулай уҡ ревакцинация ла бара, сөнки прививка һалдырғандан алып 6 ай үтеүгә, яңынан яһатырға тәҡдим ителә. Ревакцинация булараҡ теләгән препаратты һалдырырға мөмкин. Бөгөнгө көндә Спутник Ви прививкаһы үҙенең әһәмиәтен иҫбатлаған вакцина булараҡ билдәле. Ул ике компоненттан тора. Ул шулай уҡ коронавирустың омикрон төрөнә ҡаршы тороусы дарыу булараҡ та тәҡдим ителә, -- Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Гүзәл Һөйөндөкова.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, балаларға һалыу өсөн республикаға «Спутник М» вакцинаһы ла ҡайтарылған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белгертте. Яҡын арала профилактик сара ҡала һәм райондар дауаханаларына бүлеп ебәреләсәк.

Автор:Гульдар Кадаева