Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар , 13:20

Омикрон баш ҡалҡыта

Коронавирустың яңы төрө омикрон баш ҡалҡыта. Сирҙең яңы төрө бынан алдағы штамдарынан ҡырҡа айырыла. Йоғошло ауырыуҙан һаҡланыу саралары һәм ниндәй вакцина яһатыу зарурлығы хаҡында һөйләгән белгестәрҙең тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Омикрон баш ҡалҡыта
Омикрон баш ҡалҡыта

Омикрон – коронавирустың яңы төрө. Рәсәй табиптары билдәләүенсә, уның симпомдары киҫкен респиратор инфекцияныҡына ныҡ оҡшаш. Тән температураһы юғары күтәрелә, тән ауырта, йүтәлләү, тамаҡ ауыртыу йонсота, хәтер насарая. Тағы шул: был сирҙең инкубация осоро ҡыҫҡа, ауырыу йоғоу менән 3-5 көн эсендә аяҡтан йыға һәм ул бик тиҙ тарала.

-- Бөгөнгө көндә вакцинаның иң әһәмиәтлеһе Спутник Ви. Ул ике компоненттан тора. Ошо прививка омикронға ҡаршы тороусы имммунитет булдыра. Коронавирус барлыҡҡа килгәндә 15-16 мең кеше ауырыһа, омикронда сирлеләр һаны 20 меңгә етә тип күҙаллана, -- Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Гүзәл Һөйөндөкова.

Сирҙе йоҡтороусылар уны еңел үткәрә. Әммә тиҙ таралыусан вирус кешенең бронхыларын һәм үпкәһен дә тиҙ зарарлай. Шуға күрә лә табаптар омикрондан ныҡ һаҡланырға, мөмкин тиклем аралашыуҙарҙы сикләргә ҡуша.

--Сирле вакцинация үткән булһа уға омикрон ҡурҡыныс түгел, был тәңгәлдә сирлене дауалау күп кә еңелләшә. Әгәр прививка һалдырмағанһың икән, өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Шуға күрә сибайҙарҙы әүҙем прививка яһатырға саҡырам, -- тип тә өҫтәне табип.

Омикрон бигерәк тә өлкәндәр өсөн хәүефле. Бигерәк тә вакцинация эшләтмәгәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн сир ҡурҡыныс тыуҙыра. Статистик мәғлүмәттәр буйынса ҡалала 3 кеше коронавирус йоҡторған, ковид госпиталдә 26 кеше дауалана, реанимацияла 2 сирле ята.

 

Автор:Гульдар Кадаева