Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ғинуар 2022, 10:15

Сир аҙмаһын тиһәк

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн профилактик саралар күреү маҡсатында санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереү көсәйтелде.

Сир аҙмаһын тиһәк
Сир аҙмаһын тиһәк

11 ғинуарҙан республикала йоғошло сиргә ҡаршы көрәшкә юғары әҙерлек режимын тотоуҙы тикшереү буйынса эштәр тергеҙелде. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү барышын даими тикшерергә ҡушты.

Фитнес - клубтар, спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары, сауҙа үҙәктәре һәм транспортта рейдтар уҙасаҡ.

Муниципалитет башлыҡтарына ковидҡа ҡаршы вакциналау буйынса эш алып барырға ҡушылды. Был йәһәттә статистиканы артҡа һөрәүсе райондарға иғтибар йүнәлтелә. Прививка буйынса район башлыҡтарынан 15 февралдә отчет көтөлә. 17 ғинуарҙа балалар мәктәпкә бара. Уға тиклем белем учреждениеларын әҙерләргә кәрәклеге әйтелде. Ковид инспекторҙар эшләйәсәк.

12 ғинуарға ҡарата белешмәләр буйынса Сибайҙа 3 кеше корноавирус йоҡторған. Ковид госпиталдә 20 пациент дауалана, 2 кеше реанимацияла ята. Ҡалала 23,5 мең кеше тулы вакцинация үткән.

Автор:Гульдар Кадаева