АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ноябрь 2021, 13:40

Ялдың ярҙамы тейҙе

Республикала сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙарға, кафе һәм ресторан кеүек йәмәғәт урындарына QR-код менән генә индерә башлауға бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. Оҙайлы ялдар ҙа артты ҡалып, эш көндәре һәүәтемсә дауам итә. Шулай ҙа сир барлығын һәм унан һаҡланыу кәрәклеген берәү ҙә инҡар итмәй. Айырыуса ул оло йәштәгеләр өсөн хәүефле.

Ялдың ярҙамы тейҙе
Ялдың ярҙамы тейҙе

Илебеҙҙә коронавирус эпидемияһына бәйле сикләүҙәр индерелгәнлектән, халыҡҡа оҙайлы ял бирелде. Локдаундың йоғошло сир таралыуына йоғонтоһо булыу булмауын беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

Республикала сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙарға, кафе һәм ресторан кеүек йәмәғәт урындарына QR-код менән генә индерә башлауға бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. Оҙайлы ялдар ҙа артты ҡалып, эш көндәре һәүәтемсә дауам итә. Шулай ҙа сир барлығын һәм унан һаҡланыу кәрәклеген берәү ҙә инҡар итмәй. Айырыуса ул оло йәштәгеләр өсөн хәүефле.

--Башлыса был ауырыу йәштәре 60 таш үткән өлкәндәргә тиҙ йоға. Госпитәлдә прививка яһатмаусылар күпләп дауалана. Оҙайлы ялдарҙың файҙаһы булды, әлбиттә. Сир әҙерәк артҡа сигенде. Әммә вакцинациялау темпы кәмене. Нишләптер кешеләр прививка яһатырға ашыҡмай. Сикләү саралары индерелгәс, вакцинация эшләтергә теләүселәр күбәйгәйне лә, ял иткәндә халыҡта прививка ҡайғыһы булманы, -- тине Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Милена Бочарова.

Башҡортостанда эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Сибайҙың ковид-госпиталендә дауаланыусылар һаны кәмей төшкән. Әгәр ҙә оҙайлы ялдарға ҡәҙәр дауаханала 160 ауырыу иҫәпләнһә, әлеге ваҡытта унда 60 сирле бар, хәле ауыр булған 9 кеше реанимацияла ята. Һуңғы тәүлектә өс кешегә ковид диагнозы ҡуйылған. Был һан бынан алдағы көндәр менән сағыштырғанда бик аҙ.
--Бәхеткә күрә, коронавирус менән сирләүселәр һаны һуңғы арала артмай. Стационарҙа дауаланыусыларҙың һаны ныҡ кәмене. Хатта ике тапҡырға төштө. Шулай ҙа ауырыуҙы еңдек тип әйтеп булмай, -- тип тә өҫтәне табип.

Сир аяҡтан йыҡмаһын өсөн табиптарҙың кәңәшен тоторға: коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға, сирҙең тәүге билдәләрен һиҙгәс тә дауаханаға мөрәжәғәт итергә, үҙ ҡурсаланыуҙа булырға, ҡалалар, икенсе төбәктәргә сафәрҙәрҙе кисектерергә, ябыҡ урында ҙур табындар ҡормаҫҡа, йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәрәк.

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева