АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2021, 22:05

Сир таралмаһын өсөн

Йылайырҙа рейдттар дауам итә Үткән аҙнала район үҙәгендә тағы ла рейдттар үтте. Был рейдттарҙың маҡсаты, эпидемияға ҡаршы сараларҙы дөрөҫ үтәмәүсе сауҙа нөктәләренә яһалған иҫкәрмәләрҙе ҡабаттан тикшереү.

Сир таралмаһын өсөн
Сир таралмаһын өсөн

“Пятерочка”, “Магнит”, Универмаг сауҙа үҙәктәренә, “Бавария”, “У Юмалина”, магазиндарына,  ”Азия” кафеһына рейдттар ойошторолған ине. Роспотребнадзор идаралығының Сибай территориаль бүлеге белгесе, урындағы хакимиәт вәкилдәре, район эске эштәр бүлексәһе участковыйынан торған комиссия йәнә, юғарыла һанап кителгән нөктәләргә йөрөп сыҡтылар. Бер аҙна ваҡыт эсендә ҡайһы бер эшҡыуарҙар бирелгән иҫкәрмәләрҙе үтәмәгәндәр. Бының өсөн уларға 15 мең һумдан 30 мең һумға тиклем штраф һалынды һәм судҡа тапшырылды. Штрафтар ябай ғына: бирсәткә, битлек, социаль дистанцияны тотоу өсөн билдәләнгән һыҙыҡтарҙың булмауы.

Йоғошло сир таралмаһын өсөн һәр ҡайһыбыҙ талап ителгән ябай ҡағиҙәләрҙе үтәйек.

 

Автор:Гульдар Кадаева