Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2021, 21:40

ПЦР ғәмәлдә түгел

Башҡортостанда ковид-19 сиренә ҡаршы көрәшкә бәйле сикләүҙәрҙең яңы төрҙәре индерелеү дауам итә. Был юлғы үҙгәрештәр вакцина хаҡындағы сертификаттар һәм белешмәләргә ҡағыла.

ПЦР ғәмәлдә түгел
ПЦР ғәмәлдә түгел

Әгәр ҙә быға ҡәҙәр сауҙа үҙәктәренә ПЦР-тестарын күрһәтеп инеп булһа, хәҙер ул документ бинаға инеү юлын асмай. 27 октябрҙән халыҡ күп йөрөгән урындарға тик вакцианция хаҡындағы сертификат һәм һуңғы 6 ай эсендә ковид менән ауырыуың хаҡындағы справка күрһәтеп кенә инергә мөмкин. ПЦР-тестар пациенттарҙы дауаханаға һалған ваҡытта медицина учреждениеларында ғына ғәмәлдә ҡала.

Тағы берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцианция хаҡындағы сертификаты һәм һуңғы 6 ай эсендә ковид менән ауырыуың хаҡындағы справкаһы булмағандар сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, мунса һәм бассейн, театрға, кинозалдарға бара алмай. Һанап үткән учреждениеларҙың күбеһе 30 октябрҙән 7 ноябргә ҡәҙәр дауам иткән оҙайлы каникул осоронда ябыҡ буласаҡ.

27 октябргә ҡарата алынған белешмәләр буйынса Сибайҙа һуңғы тәүлектә 25 кешегә ковид сире диагнозы ҡуйылған. Привиканың беренсе компонентын ҡалала 17 мең кеше яһатҡан. Госпиталдә 127 сирле дауалана, шуларҙың 11-е реанимацияла ята.

Автор:Гульдар Кадаева