АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Октябрь 2021, 10:20

Шулай кәрәк, тимәк

18 октябрҙән республикала ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең өсөнсө этабы ғәмәлгә инде. Башҡортостан Башлығының коронавирус таралыуы менән бәйле юғары әҙерлек буйынса Указына индерелгән яңы ҡағиҙәләрҙе үтәү халыҡ тормошона ла, эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенә лә туранан-тура ҡағыла. Үҙгәрештәргә күнегеү еңел түгел, тик әлегә эпидемиологик хәлде яҡшыртыу буйынса башҡа сара юҡ.

Шулай кәрәк, тимәк
Шулай кәрәк, тимәк

 Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы өсөнсө этап сикләүҙәре индерелде. Матурлыҡ, косметика, СПА, массаж салондарына, солярий, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клуб, бассейн, 50 урындан күберәк кеше һыйҙырышлы йәмәғәт туҡланыуы урындарына инеү өсөн вакцинация тураһында сертификат йәки ковид менән ауырыуың тураһында белешмә, ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк.

Төбәктә COVID-19 сире ныҡлы таралғанлыҡтан сикләү саралары этапҡа ярашлы индерелә һәм ул 18 йәштән кеселәргә ҡағылмай. 4 октябрҙән ковид хәүефһеҙлеге хаҡында документ дәүләт һәм муниципаль учреждениеларға: музей, күргәҙмә залдарына, театр, кинотеатр, китапхана, мәҙәниәт йорто, концерт залдарына ингәндә мотлаҡ күрһәтелһә, 12 октябрҙән ундай талап сауҙа үҙәктәренә һәм шәхси мәҙәниәт учреждениеларына ла ҡуйылды.

Ҡала дауаханаһы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, һуңғы көндә генә йоғошло сиргә 10-ға яҡын кеше дусар булған. Бөтәһе ҡалала 202 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған. Ковид-госпиталдә 152 сирле дауалана, шуларҙың унауһы реанимацияла ята.

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева