АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Октябрь 2021, 11:05

ҺАУЛЫҠ - ҘУР БАЙЛЫҠ

Тирегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Барлыҡҡа килгән яңы таптар, миңдәр (бигрәк тә ҡанап тороусы, ҡысытыусы һәм үҫеүсе) – борсолоу өсөн сәбәп булып тора.

ҺАУЛЫҠ - ҘУР БАЙЛЫҠ
ҺАУЛЫҠ - ҘУР БАЙЛЫҠ

Яман шешкә ҡаршы 10 аҙым

1.Еләк-емеш, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Аҙыҡ, организмда тупланыусы канцерогендарҙы (яман шеш килтереп сығарырға һәләтле матдәләрҙе) «баҫтырырға» һәләтле үҫемлектәргә, А, В, С, Е витаминдарына бай булһын.

2.Май миҡдары аҙ күләмдә булған ризыҡтар ашарға тырышығыҙ.

3.Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ. Майлы туҡланыу рационы, бигерәк тә физик активлыҡ булмағанда, шештәр барлыҡҡа килеүгә сәбәп булып тора.

4.Актив йәшәү рәүеше алып барығыҙ. Аҙнаһына 3-4 тапҡыр яртышар сәғәт физик күнегеүҙәр онкологик ауырыуҙар килеп сығыу ҡурҡынысын кәметә.

5.Спиртлы эсемлектәрҙе күп ҡулланмағыҙ. Алкоголь организмға кире ҡайтарып булмаҫлыҡ емергес тәьҫир итә.

6.Тәмәкенән баш тартығыҙ. Уны тартҡан кеше тартмаусыларҙан 15 йылға аҙыраҡ йәшәй.

7. Тирегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Барлыҡҡа килгән яңы таптар, миңдәр (бигрәк тә ҡанап тороусы, ҡысытыусы һәм үҫеүсе) – борсолоу өсөн сәбәп булып тора.

8.Ҡатын-ҡыҙҙарға күкрәктәрен ҡарап торорға. Уларға 18 йәштән һуң ай һайын  үҙҙәренә булһа ла тикшереп торорға, ә йылға бер табипҡа күренергә кәрәк.

9.Ҡатын-ҡыҙҙарға даими гинекологка күренеп тороу мәслихәт. Йылға бер УЗИ аша тикшеренеү мотлаҡ.

10.Йыл һайын профилактик медицина күҙәтеүе уҙырға кәрәк.

Автор:Резеда Валиева