АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2021, 10:55

Һаҡланыу сараларын күрһәк, сирҙе еңәсәкбеҙ

Йәмәғәт урынында йөрөгән кеше COVID-19 сирен йоҡтороуы ихтималлығы ҙур. Йоғошло сиргә ҡаршы прививка яһатыусыларға хәүеф аҙыраҡ булһа, уны эшләтмәүселәргә үтә лә ҡурҡыныс.  Вакцина эшләтмәгәнһең икәнһең, тимәк һаҡланмағанһың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн прививка яһатмаусылар арабыҙҙа күп.  

Һаҡланыу сараларын күрһәк, сирҙе еңәсәкбеҙ
Һаҡланыу сараларын күрһәк, сирҙе еңәсәкбеҙ

--Магазин, сауҙа үҙәктәренә, мәҙәниәт учреждениелары буйлап көн һайын тиерлек рейд уҙғарабыҙ. Кемделер ҡурҡытыр, яза бирер өсөн түгел, кешеләрҙе ҡурҡыныс сирҙән йолоп алып ҡалыу өсөн эшләнә был. Рейдтарҙың маҡсаты—профилактика сараларын онота башлаусыларға, битлек кейеү, социаль арауыҡ, термометрия, ҡайһы бер учреждениеларҙа мотлаҡ QR-код тикшереү кеүек хәүефһеҙлек сараларын иҫкәртеү. Һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә өйрәнергә кәрәк, юғиһә беҙ вирусты еңә алмаясаҡбыҙ. Урында йәшәүселәрҙең 60 проценты вакцина яһатһа, ауырыу сигенеренә ышаныс арта. Бөтә ерҙә лә комиссия ағзаларын аңлап ҡабул итәләр, Роспотребнадзор белгестәре эшләгән киҫәтеүҙәр буйынса эҙемтәләрҙе бөтөрәләр, QR-кодтарҙы сканирлауҙы яҡшы ойоштороу буйынса кәңәштәр һорашалар,-- ти тикшереү комиссияһын етәкләүсе ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов. --Күптәр, ни өсөн коронавирусҡа ҡаршы икенсе пакет хәүефһеҙлек саралары тик сауҙа үҙәктәренә генә ҡағыла, ә магазиндарға түгел? – тип һораша. Яуап ябай: сауҙа үҙәктәрендә кеше бер нисә бүлектә әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һатып ала, унда ваҡытын күберәк уҙғарғанға ла сир йоҡтороу хәүефе ҙурыраҡ. Ябай сауҙа нөктәһенә инәләр ҙә кәрәген тиҙ генә алалар ҙа сығалар.

Көндән-көн ҡалала прививка яһатырға теләүселәр артыуын иҫәпкә алып 3 урында вакцинация пункты эшләй:

- ҡала поликлиникаһында;
- үҙәк майҙандағы «Урал аръяғы» сауҙа комплексы янындағы мобиль пунктында;
- З.Вәлиди урамындағы «Аструм» сауҙа комплексында (бутик № 4).

Һаҡланыу сараларын күрһәк, сирҙе еңәсәкбеҙ
Һаҡланыу сараларын күрһәк, сирҙе еңәсәкбеҙ
Һаҡланыу сараларын күрһәк, сирҙе еңәсәкбеҙ
Автор:Гульдар Кадаева