Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Октябрь 2021, 12:55

Хәүефһеҙлек саралары халыҡ өсөн кәрәк

Хәйбулла районында ковидҡа ҡаршы саралар үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә. Комиссия ағзалары иң беренсе сиратта кеше күп йөрөгән сауҙа үҙәктәренә ҡулланыусыларҙы индереү системаһына айырым иғтибар бүлә. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәүефһеҙлек сараларын тотмаған һатып алыусылар күп: битлек кеймәйҙәр, был хаҡта әйткәнде ҡабул итмәйҙәр, социаль арауыҡ тотмайҙар.

Хәүефһеҙлек саралары халыҡ өсөн кәрәк
Хәүефһеҙлек саралары халыҡ өсөн кәрәк

--Бындай һаҡланыу саралары кешеләрҙең үҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн мөһим. Шуныһы аңлаһындар ине.Роспотребнадзор талаптарын үтәү буйынса тикшереүҙәр – битлек кейеү, дистанция, термометрия журналын алып барыу, ваҡытында биналарҙы еүеш йыйыштырыу бер туҡтауһыҙ уҙғарыласаҡ, -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.—Шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы икенсе пакет тикшеренеүҙәр барышында вакцина яһатмаусыларға сикләүҙәр үтәлешен дә даими тикшерәсәкбеҙ. Был бик мөһим мәсьәлә.

Хәүефһеҙлек саралары халыҡ өсөн кәрәк
Хәүефһеҙлек саралары халыҡ өсөн кәрәк
Автор:Гульдар Кадаева