Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Октябрь 2021, 15:50

Ҡурсаланыу тәртибе индерелде

Ҡурсаланыу тәртибе индерелде Башҡортостанда 13 октябрҙән йәштәре 65 йәштән үткән, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатмаусы оло йәштәгеләр, хроник сирлеләр мотлаҡ үҙ ҡурсаланыуға эләгә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы өсөн мөһим яңылыҡтарҙы еткерҙе. Кисәнән алып Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе индерелде.

Ҡурсаланыу тәртибе индерелде
Ҡурсаланыу тәртибе индерелде

Табиптар белдереүенсә, тап ошо категория граждандары сирҙе ауырыраҡ үткәрә һәм күберәк вафат була.

Ололар көндөҙ 11.00 сәғәттән алып 13.00 сәғәткә тиклем магазин, дарыухана, поликлиника, шул иҫәптән коронавирустан привика һалдырыуға бара ала. Шулай уҡ ошо ваҡыт арауығында банкка, элемтә салондарына, баҡсаға, зыяратҡа йөрөргә рөхсәт ителә. Ҡала һәм райондарҙа ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемләшә. Улар яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итәсәк.

Ковид-19-ға ҡаршы прививка яһатыуҙары хаҡында ҡулдарында сертификаттары булыусыларға бындай сикләүҙәр юҡ.

Хеҙмәттәрендә алыштырғыһыҙ медицина хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр һәм власть ойошмалары, органдары вәкилдәренә лә сикләү ҡағылмай. Был хаҡта уларҙың ҡулында справкалары һәм паспорттары булырға тейеш.

Эш биреүселәргә коллективтарында 65 йәштән үткәндәрҙе һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусыларҙы дистанцион рәүештә эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә. Вакцинация үткәндәргә, һуңғы 6 ай эсендә сирләгәндәр үҙ ҡурсаланыуға китмәһә лә була.

Автор:Гульдар Кадаева