АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Октябрь 2021, 12:00

Рейдтар ойошторола

Йылайыр районының Ҡәнзәфәр һәм Һабыр ауыл биләмәләрендә лә йоғошло сирҙе киҫәтеү, уға ҡаршы саралар күреү барышы тикшерелде. Магазиндарҙа, башҡа йәмәғәт урындарында ҡулланыусыларға битлек кейеү, ҡулдарҙы зарарһыҙландырыусы шыйыҡсалар менән йыйыу мотлаҡ булыуы аңлатылды. Оло йәштәгеләргә өйҙә ҡалырға тәҡдим ителде. Көнкүреш кәрәк-яраҡты уларға ирекмәндәр ташыясаҡ.

Рейдтар ойошторола
Рейдтар ойошторола

12 октябрҙән республикала ковидҡа ҡаршы сараларҙың икенсе яңы пакеты башланды.

Байрам тип кенә ултырманы хәйбуллалар, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылына һәм Республика көнөнә ҡарата район үҙәгендә еңел атлетика буйынса ярыш та ойошторҙо. Унда бөтәһе туғыҙ йәш төркөмөндә 70 спортсы ҡатнашты. Хатта ярышҡа Сибай ҡалаһын да "йүгерек" батырҙар килгән. Спортсылар Аҡъяр һыуһаҡлағысынан "Уңыш" стадионына тиклем, 7 километр алыҫлыҡта йүгерҙе. Иңбәләкәйҡатнашыусыға 8 йәш булһа, иң олоһона - 56 йәш

Табиптар билдәләүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинация темптары кәмене. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 октябргә республика халҡының 80% прививка эшләтергә тейеш ине, ысынында иһә 50% саҡ ҡына ашыуыраҡ ҡына булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Кешеләр ныҡ ауырый, айырыуса прививка яһатмағандар. Беҙ уларға ярҙам итергә тырышырбыҙ. Ләкин күптәрҙе юғалтабыҙ. Реанимацияла һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина эшләткән бер кеше лә юҡлығын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Вакцинация планы — ябай һандар ғына түгел, был — аныҡ математик иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә беҙ коллектив иммунитет булдырырбыҙ һәм ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта алырбыҙ”,-тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе коронавирус менән ауырыу буйынса хәлде “сағыштырмаса тотороҡло” тип атаны. Уның фекеренсә, шулай ҙа халыҡтың хәүефһеҙлеге буйынса яңы саралар һәм яңы сикләүҙәр индереү мөһим. Һөҙөмтәлә ковидҡа ҡаршы штабтың кәңәшмәһе ваҡытында махсус ҡарарҙар ҡабул ителде. Хәҙер инде ҡайһы бер ойошмаларға ике документтың береһе: вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин.

Башҡортостанда яңы сикләүҙәр өс этапта индерелә:

4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр ҡуйылды.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

Йылайыр районының Ҡәнзәфәр һәм Һабыр ауыл биләмәләрендә лә йоғошло сирҙе киҫәтеү, уға ҡаршы саралар күреү барышы тикшерелде. Магазиндарҙа, башҡа йәмәғәт урындарында ҡулланыусыларға битлек кейеү, ҡулдарҙы зарарһыҙландырыусы шыйыҡсалар менән йыйыу мотлаҡ булыуы аңлатылды. Оло йәштәгеләргә өйҙә ҡалырға тәҡдим ителде. Көнкүреш кәрәк-яраҡты уларға ирекмәндәр ташыясаҡ.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыласаҡ.

 

Рейдтар ойошторола
Рейдтар ойошторола
Автор:Гульдар Кадаева