АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Октябрь 2021, 13:30

Битлек кей, ҡулыңды йыу, шунда сир урап үтер!

"Һаҡланғанды-- һаҡлармын",--ти халыҡ мәҡәле. Белгестәр ҡушҡанды үтәһәк, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла үлемесле сирҙән ҡотҡарасаҡбыҙ. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Тағы ниндәй саралар беҙҙе йоғошло сирҙән һаҡлар? Сайтта уҡығыҙ  

Битлек кей, ҡулыңды йыу, шунда сир урап үтер!
Битлек кей, ҡулыңды йыу, шунда сир урап үтер!

Табиптар билдәләүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинация темптары кәмене. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 октябргә республика халҡының 80% прививка эшләтергә тейеш ине, ысынында иһә 50% саҡ ҡына ашыуыраҡ ҡына булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Кешеләр ныҡ ауырый, айырыуса прививка яһатмағандар. Беҙ уларға ярҙам итергә тырышырбыҙ. Ләкин күптәрҙе юғалтабыҙ. Реанимацияла һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина эшләткән бер кеше лә юҡлығын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Вакцинация планы — ябай һандар ғына түгел, был — аныҡ математик иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә беҙ коллектив иммунитет булдырырбыҙ һәм ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта алырбыҙ”,-тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе коронавирус менән ауырыу буйынса хәлде “сағыштырмаса тотороҡло” тип атаны. Уның фекеренсә, шулай ҙа халыҡтың хәүефһеҙлеге буйынса яңы саралар һәм яңы сикләүҙәр индереү мөһим. Һөҙөмтәлә ковидҡа ҡаршы штабтың кәңәшмәһе ваҡытында махсус ҡарарҙар ҡабул ителде. Хәҙер инде ҡайһы бер ойошмаларға ике документтың береһе: вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин.

Башҡортостанда яңы сикләүҙәр өс этапта индерелә:

4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр ҡуйылды.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыласаҡ.

Сикләүҙәрҙе күҙәтеү, уларға әҙерлек буйынса Сибай ҡалаһында ентекле эшләй. Роспотребнадзор идаралығы белгестәре “Аструм”, “Урал аръяғы”, “Мегаполис”, “Фазенда”, “Ғаилә Магниты” һәм башҡа сауҙа нөктәләренә сикләү сараларын үтәү буйынса рейдтар ойоштора. Үҙәк урамдарҙа урынлашҡан магазиндар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. Бар сауҙа нөктәләрендә лә һатыусылар битлектә хеҙмәтләндерә, һатып алыусыларҙан да шуны талап итәләр. Сауҙа үҙәктәренә, магазиндарға ингән урындарға ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн антисептиктар ҡуйылған.

Үҙәк дауахананың баш табибы Радик Нәҙерғолов та социаль селтәрҙәр аша сибайҙарҙы корновирусҡа ҡаршы вакцина яһатырға өндәй, сауҙа, хеҙмәтләндереү нөктәләрендә һаҡланыу сараларын күрергә саҡыра.

.Һаҡланғанды һаҡлармын,--ти халыҡ мәҡәле. Белгестәр ҡушҡанды үтәһәк, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла үлемесле сирҙән ҡотҡарасаҡбыҙ. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

 

Автор:Гульдар Кадаева