Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Октябрь 2021, 13:10

Вакцинация —көнүҙәк мәсьәлә

Киҙеүҙән вакцинация яһатыу—көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Һалҡын ҡышта йоғошло ауырыу электереп, өҙлөкмәҫ өсөн ваҡытында вакцинация үтеү отошло. Бегестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Вакцинация —көнүҙәк мәсьәлә
Вакцинация —көнүҙәк мәсьәлә

Ер шарында йыл һайын йәштәре 65-тән үткән 60 меңгә яҡын кеше киҙеүҙән һәләк була. Тап оло йәштәгеләр хәүеф төркөмөнә инә лә инде. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре, хроник сирлеләр, йөклө ҡатындар, балалар ҙа был ауырыуға йыш дусар була. Шуға ла уларға беренсе сиратта прививка яһайҙар. Ни өсөн йыл һайын вакцинация үтергә кәрәк һуң? Сөнки киҙеүҙең штамдары йыл һайын үҙгәрә, яңынан-яңыһы барлыҡҡа килә. Йоғошло сир ҡоторған ваҡытта тикшеренеүҙәр уҙғарыла һәм киләһе йылға шул сирҙең штаммына ҡаршы вакцина компоненттары яһала.
--Йыл һайын белгестәр декабрҙән февраль айына ҡәҙәр киҙеү йоҡтороусыларҙан анализдар алып, уларҙың сәмәмәтлеге торошон тикшереп, ауырыуҙың төрөн билдәләй. Һөҙөмтәләр буйынса киләһе йылға вакцина булдырыла һәм шулар медицина учреждениеларына халыҡҡа һалыу өсөн ебәрелә,-- ти табип-эпидемиолог Радик Кейекбаев.
Киҙеү ныҡ баш ҡалҡытмаһын өсөн йыл һайын халыҡтың 60 процентына прививка яһау зарур. Әлеге көндә Сибайҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 6 мең кеше киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатҡан. Тағы ла 29 мең кешегә, шул иҫәптән 9 мең балаға прививка яһатыу мотлаҡ. Бынан тыш, коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыуҙы ла оноторға ярамай. Ике прививканы бер-бер артлы эшләтергә яраймы һуң?

--Ике прививка араһында бер ай интервал булыуы мөһим. Иң башта киҙеүҙән, шунан һуң бер ай үткәс ковид-19-ҙан яһатырға тәҡдим итер инем. Киреһенсә лә булыуы ихтимал,-- ти белгетте табип-эпидемиолог.

Күмәк вакцинацияны бынан 50 йыл элек уҙғара башлағандар. Ошо ваҡыт дауамында вакцина ныҡлыҡҡа һынау үткән. Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡандар йоғошло сирҙе еңелерәк үткәрә, өҙлөкмәй. Ҡышты имен сығырға теләһәгеҙ кисекмәҫтән прививка яһатығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева