АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Август 2021, 11:15

ҺӘР СИРҘЕҢ - ҮҘ ҮЛӘНЕ

Ҡырҡҡолас (кровохлебка) күп кенә ауырыуҙарға дауа булып тора...Тулыраҡ сайтта:

ҺӘР СИРҘЕҢ - ҮҘ ҮЛӘНЕ
ҺӘР СИРҘЕҢ - ҮҘ ҮЛӘНЕ

Боронғолар: “Һәр сирҙең үҙ үләне бар”,--тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Аяҡ аҫтында шифалы үләндәр шул тиклем күп, тик беҙ уны ҡуллана белмәйбеҙме, әллә файҙаһын аңламайбыҙмы, әллә инде дауахананан әҙер дарыуҙы алыу күпкә еңелме?

Әлбиттә, үләнде белмәйенсә ҡулланыу тыйыла. Сөнки кемгәлер килешһә, икенселәргә зыян килтереүе ихтимал. Шуға ла бик һаҡ эш итергә, бик булмаһа табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ҡырҡҡолас (кровохлебка) менән бәләкәйҙән танышбыҙ. Ғәҙәттә уның сәскәһен өҙөп, ваҡлап, осороп уйнарға ярата инек. Үҫә төшкәс, уның шифалы үлән икәнен белдек. Диарея мәлендә, уның тамырынан төнәтмә эшләп эсһәң, бик тик ярҙам итә. Айырыуса эсәк инфекциялары менән йонсоған бәләкәй балалар тиҙ тыныслана, һаулығы яҡшырып китә.

Интернет киңлектәрендә уҡыуымса, уның файҙаһы тағы ла күберәк икән. Ауыҙ ҡыуышлығында, танауҙа елһенеү процесы барһа, нәҡ ошо үлән эффектив тәьҫир итә.

Балаларҙа конъюктивит булһа, ҡолаҡтары ауыртһа ла тәүге ярҙамсы тип яҙалар (табип менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ).

Тамырынан эшләнгән төнәтмәгә мамыҡты манып, шуның менән сабыйҙарҙың тәнен һөртөргә мөмкин, әгәр ҙә сәбертеп теләһә нәмә сыҡһа.

Ашҡаҙан-эсәктә елһенеү булһа, гастрит, язва булһа, ҡырҡҡоласты ҡулланырға кәңәш ителә.

Ревматизм мәлендә ошо үләндең тәнәтмәләре һыҙланыуҙы баҫа. Был иһә фәнни иҫбатланған.

Ҡырҡҡолас һәр төрлө вирус, бактерияларға ҡаршы тора ала. Элек хатта чуммаға ҡаршы ҡулланғандар. Белгестәр был хаҡта боронғо яҙмаларҙа яҙылған тип белдерә. Үләндең һутындағы файҙалы матдәләр вирусты үлтерә. Стафилококк, пнемококк кеүек бактерияларға ҡаршылыҡ күрһәтә.

Райхана исемле инәй әтеүенсә, ҡырҡҡолас геморройҙан, үт ҡыуығы шешһә, ауыҙҙан алама еҫ килгәндә, экзема, дерматиттан ҡулланыла. Бының өсөн 1аш ҡалағы киптерелеп ваҡланған ҡырҡҡолас тамырын 1 стакан ҡайнар һыуға һалғас, өҫтөн ҡаплап бер ярты сәғәт тоторға ла 1-әр аш ҡалағы көнөнә 3 мәртәбә эсергә. Әгәр тире ауырыуҙары булһа, мамыҡты шул төнәтмәлә еүешләп, тәнгә һөртәргә.

Автор:Резеда Валиева