АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Август 2021, 19:20

Миллионға яҡын кеше вакцина яһатҡан

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы күләмле вакциналау дауам итә. Республикаға дөйөм 1 065 338 доза беҙҙең ил препараты алынған. 2 августҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, прививканың тәүге компонентын 940 535 кеше яһатҡан, ә икенсеһен – 688 582 кеше. Ошо хаҡта хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин оператив кәңәшмә барышында.

Миллионға яҡын кеше вакцина яһатҡан
Миллионға яҡын кеше вакцина яһатҡан

Мәкерле сиргә ҡаршы вакцинацияға регистратура йә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша яҙылырға мөмкин. Республикала 185 вакциналау пункты эшләй. Бынан тыш, прививканы алты маршрут буйынса йөрөгән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» автопоезында ҡаҙатырға мөмкин.

Максим Забелин һүҙҙәренсә, был аҙнала район дауаханаларына бағымсыларҙың һәм хәйриә ярҙамы менән 30 мобиль һыуытҡыс алынасаҡ. Был прививка кампанияһына йәлеп ителгән мобиль бригаладар һанын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Шулай уҡ был аҙнала республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһына 110 мең доза «Спутник V», 3500 доза «КовиВак» һәм мең доза «ЭпиВакКорона» килтереләсәк.

– Дөйөм алғанда, коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡала, койка фонды етерлек. Әммә тынысланырға ярамай. Вакцинация темптарын арттырырға кәрәк, был йәһәттән артта барған райондарҙа айырыуса, – тип белдерҙе республика Башлығы.

Радий Хәбиров уҡыу йылы башланыуға айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалыуын иҫкәртте. Бынан алда ул медицина инспекторҙары эшен дауам итергә ҡушҡайны. Шулай итеп, киләһе уҡыу йылында Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм медицина колледждары студенттары мәктәптәрҙә эпидемиологик хәлде контролдә тотасаҡ. БДМУ ректоры Валентин Павлов медицина вузының 500 студенты ошо эшкә йүнәлтелеүен белдерә.

Радий Хәбиров шулай уҡ йәйге лагерҙарҙағы эпидемиологик хәл киҫкен тороуын билдәләне. Уҙған аҙнала Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор вәкилдәре 45 лагерҙы тикшергән. Тәртип боҙоуҙар асыҡланмаған. Әлеге ваҡытта улар балаларҙы август сменаһына ҡабул итергә әҙерләнә.

– Коронавирус таралыу арҡаһында ябылған лагерҙар ата-әсәләргә аҡсаларын ваҡытында ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Мәғариф министрлығына ошо эште йөкмәтәм.

Автор:Гульдар Кадаева