АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Август 2021, 12:55

ҺАУЛЫҠ - ҮҘ ҠУЛЫБЫҘҘА

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, варикоз, геморрой…Был сирҙәрҙе нимә берләштерә? Бер уртаҡлыҡ – ул ҡандың ҡуйылығы. Ҡан ҡуйы булһа, ҡан тамырҙары иркен йөрөй алмай, һөҙөмтәлә кәрәкле матдәләр, кислород йүнләп йөрөмәй. Тимәк, ҡуйы ҡанды шыйығайтырға кәрәк. Быны күптәр, әлбиттә, беләлер. Бының өсөн ҡиммәтле дарыуҙан тыш, ябай ғына алымдарҙы ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, һыу. 90 процент кеше һыуҙы бик аҙ эсә. Өлкәндәр көнөнә 2-2,5 литр һыу эсергә тейеш. Эҫелә тағы ла күберәк. Балаларҙы ла һыу эсергә өйрәтегеҙ. Ябай ғына һыу—тромб барлыҡҡа килтермәүҙең ябай ғына иң ҡеүәтле ысулы.

ҺАУЛЫҠ - ҮҘ ҠУЛЫБЫҘҘА
ҺАУЛЫҠ - ҮҘ ҠУЛЫБЫҘҘА

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, варикоз, геморрой…Был сирҙәрҙе нимә берләштерә? Бер уртаҡлыҡ – ул ҡандың ҡуйылығы. Ҡан ҡуйы булһа, ҡан тамырҙары иркен йөрөй алмай, һөҙөмтәлә кәрәкле матдәләр, кислород йүнләп йөрөмәй.

Тимәк, ҡуйы ҡанды шыйығайтырға кәрәк. Быны күптәр, әлбиттә, беләлер. Бының өсөн ҡиммәтле дарыуҙан тыш, ябай ғына алымдарҙы ҡулланырға мөмкин.

Мәҫәлән, һыу. 90 процент кеше һыуҙы бик аҙ эсә. Өлкәндәр көнөнә 2-2,5 литр һыу эсергә тейеш. Эҫелә тағы ла күберәк. Балаларҙы ла һыу эсергә өйрәтегеҙ. Ябай ғына һыу—тромб барлыҡҡа килтермәүҙең ябай ғына иң ҡеүәтле ысулы.

Шулай уҡ зәйтүн һәм етен майы, алма уксусы, һарымһаҡ (ярты теш һарымһаҡты даими ҡулланыу ҙа файҙа бирә), һуған, лимон, көнбағыш, сөгөлдөр, какао, ҡара шоколад, балыҡ, балыҡ майы, помидор, томат һуты, һоло бутҡаһы, ҡурай еләге, ҡайын еләге, сейә, һары сейә, имбирь.


Ә бына түбәндәгеләр киреһенсә ҡуйырта:

  • Итле һурпа
  • Колбаса
  • Аҡ икмәк
  • Гөлйемеш
  • Ҡара миләш
  • Банан, манго
  • Күп кенә үләндәр (уларҙы курс менән генә эсеү файҙалы, даими ярамай)





Ҡанды үтә ныҡ ҡуйырта: тәмәке тартыу, алкоголь, саманан күп тоҙ, һейҙек ҡыуыусы һәм гормональ дарыуҙар.



 Күберәк йәйәү йөрөгөҙ, күнекмәләр эшләгеҙ, саф һауала йөрөгөҙ.

Источник: https://vk.com/zqopovie?w=wall-162776942_132953

Табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Резеда Валиева