АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июль 2021, 15:55

ШАФТАЛЫ... УЛ БИГЕРӘК ФАЙҘАЛЫ

Ул гемоглобинды күтәрә, иммунитетты нығыта...

ШАФТАЛЫ... УЛ БИГЕРӘК ФАЙҘАЛЫ
ШАФТАЛЫ... УЛ БИГЕРӘК ФАЙҘАЛЫ

Нимә ул шафталы? Беләһегеҙме? Ул, русса әйткәндә, персик. Бөгөн нәҡ уның көнө икән.

Персиктың тыуған яғы—Ҡытай, ул уңыш, дуҫлыҡ һәм оҙон ғүмерлелек символы булып тора. Ни өсөн тигәндә персик файҙалы элементтарға бай һәм ул ниндәйҙер кимәлдә йәшлек эликсиры булып тора. Емеш составында В, С, РР, А, К, Н, Е витаминдары, бета-каротин, макро- и микроэлементтар (калий, фосфор, магний, цинк, тимер, кальций, йод, алюминий, медь, натрий, фтор), органик кислоталар, актиоксиданттар и флавоноидтар бар.


Нимәһе менән файҙалы?

 

Аш эшкәртеүҙә проблемалар тыуғанда ошо емеште ашау файҙалы. Йөрәк-ҡан тамыры сирҙәре йонсотҡанда ла ыңғай тәьҫир итә. Һөйәк һәм быуындар һыҙлағанда ла ҡулланырға кәңәш ителә, сөнки кальцийға, фосфорға бай. Һейҙек ҡыуыуҙа ҙур ярҙамсы, һөҙөмтәлә таш ултырмай, артыҡ һыу сыға. Подагра, ревматизм менән сирләүселәргә килешә.

Персик—гемоглобинды күтәрә, иммунитетты нығыта. Нерв системаһы өсөн дә бик яҡшы, күҙҙәр өсөн файҙалы.

Емеш башлыса һыуҙан тора, калорияһы аҙ, шуға ябығырға теләүселәргә лә ошо емеш тәҡдим ителә.

 

Әлбиттә, кемдәргәлер килешмәүе ихтимал. Аллергетиктарға, ашҡаҙан сире менән (гастрит, язва) сирләүселәргә ярамай. Панкреатит, шәкәр диабеты менән яфаланыусылар һаҡ булһын. Үтә тулы кешеләр ҙә ябығам тип күпләп персик ашамаһын, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Диетологтар персикты көндөң тәүге яртыһында ҡулланырға саҡыра. Һөт ризыҡтары менән бер юлы ашамағыҙ, төнгә ҡарай ҡулланыуҙан да тыйылығыҙ. Һау кешеләргә көнөнә ике персиктан күберәк ашау тыйыла.


Һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә?

Персикты магазиндарҙа, сауҙа нөктәләрендә генә алырға кәңәш ителә.

Персик алғанда уның торошона иғтибар итегеҙ. Полиэтилен пакеттағы насар һаҡлана, сөнки кислород етмәй.

Персик ҡаты ғына, бәрхәт кенә булырға тейеш. Ныҡ ҡатылары бешеп етмәгән, ә үтә йомшаҡтары боҙола башлаған. Тышы үтә ныҡ, яһалма ялтырап тормаһын. Хуш еҫле булырға тейеш.

 


 

Автор:Резеда Валиева