АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Июль 2021, 22:35

ЕТЕН ОНО ФАЙҘАЛЫ

Әгәр һеҙҙе даими эс ҡаталау, бауыр сире, бөйөр ауыртыуы, тән ауырлығы артыуы, тырнаҡ, сәс, тире проблемалары, яман шеш яфалаһа, тимәк, эсәктәрҙе таҙартыу мотлаҡ... Бының өсөн ике ингредиент та етә.

ЕТЕН ОНО ФАЙҘАЛЫ
ЕТЕН ОНО ФАЙҘАЛЫ

Тура эсәкте таҙартыу мөһим. Белгестәр әйтеүенсә, бер кешенең эсәге аша уның ғүмере дауамында яҡынса 100 тонна ризыҡ, 40 000 литр һыу үтә. Ошо саҡта күпме токсиндар, паразиттар һәм башҡалары эсәктә тороп ҡала. Йыйылған матдәләр, билдәле, организм өсөн бик зыянлы.

Әгәр һеҙҙе даими эс ҡаталау, бауыр сире, бөйөр ауыртыуы, тән ауырлығы артыуы, тырнаҡ, сәс, тире проблемалары, яман шеш яфалаһа, тимәк, эсәктәрҙе таҙартыу мотлаҡ.

Бер алымы—клизма эшләү. Тик был зыянлы алым. Ә бына етен онон ҡулланыуҙың бер насарлығы ла юҡ. 1-3 аш ҡалағы етен онон ҡулланыу күп кенә паразиттарҙы организмдан сығарырға ярҙам итә.

Етен оно гастрит, колит, ашҡаҙандың сей яраһы, һейҙек юлы инфекциялары, цистит, тын алыу юлдары елһенеүе, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланғанда ярҙам итә.

Һеҙгә өс аҙналыҡ дауаланыу курсы тәҡдим итәбеҙ:

1-се көндән 7-се көнгә тиклем: 100 мл кефирға 1 аш ҡалағы етен онон һалып болғағыҙ ҙа шуны иртәнсәк ас ҡарынға эсегеҙ.

8-се көнөнән 14-се көнгә тиклем: 100 мл кефирға 2 аш ҡалағы етен оно.

15-се көнөнән 21-се көнгә 150 мл кефирға 3 аш ҡалағы етен оно ҡушырға. Шуны ашағанға тиклем иртәнсәк эсергә.

Етенде үҙегеҙ ваҡлап алһағыҙ яҡшыраҡ булыр ине , әлбиттә, шулай ҙа магазиндарҙа һатылған етен оно ла бара.

 

Шул ук ваҡытта көнөнә 2 литрҙан да кәм булмаған һыу эсергә тейешһегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

*Табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

 

 

Автор:Резеда Валиева