Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Июль 2021, 19:00

Ҡомалаҡ та шәп дауа

Әгәр йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа, тынысланырға теләһәгеҙ, “ҡомалаҡ сәйе” әҙерләгеҙ. 1 сәй ҡалағы ҡомалаҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 15-20 минут төнәтергә. Көнөнә 2 тапҡыр 70-100 грамм эсегеҙ. Йоҡлар алдынан эсеү мотлаҡ. Ҡомалаҡтан яҫтыҡ эшләп алһағыҙ, йоҡоғоҙ тағы ла “тәмлерәк” булыр.

Ҡомалаҡ та шәп дауа
Ҡомалаҡ та шәп дауа

Ҡомалаҡтың файҙалы булыуын күптәр беләлер. Шулай ҙа беҙ уны тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрөргә теләйбеҙ.

  1. Әгәр йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа, тынысланырға теләһәгеҙ, “ҡомалаҡ сәйе” әҙерләгеҙ. 1 сәй ҡалағы ҡомалаҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 15-20 минут төнәтергә. Көнөнә 2 тапҡыр 70-100 грамм эсегеҙ. Йоҡлар алдынан эсеү мотлаҡ. Ҡомалаҡтан яҫтыҡ эшләп алһағыҙ, йоҡоғоҙ тағы ла “тәмлерәк” булыр.
  2. Радикулит йонсотһа, ҡомалаҡтан дауа эшләп алырға мөмкин. 1 аш ҡалағы ҡомалаҡҡа 200 мл һыу ҡойорға, талғын утта һыу ике тапҡырға кәмегәнсе ҡайнатырға. Унан 1 аш ҡалағы әлеге төнәтмәгә 4 аш ҡалағы вазелин ҡушығыҙ ҙа һыҙлаған, ауыртҡан, күгәргән ергә һөртөгөҙ.
  3. Әгәр сәсегеҙ ҡойолоп, башығыҙ ялтырап барһа, ҡомалаҡ ярҙамға килер. 1 стакан ҡомалаҡҡа 1 стакан һыу ҡойоп ҡайнатығыҙ. 15-20 минут йылы урында тотоғоҙ. Аҙаҡ һөҙөп алып көнөнә өс тапҡыр 1 аш ҡалағы эсегеҙ. Бер үк ваҡытта баш тиреһен ышҡырға була.
Автор:Резеда Валиева