Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Июль 2021, 11:00

ИММУНИТЕТЫҢДЫ КҮТӘР!

Һарымһаҡ йота башлағандан алып теш ҡаҙналары ҡанамай. Һолонан иһә организм, битемдең тиреһе таҙарҙы. Сөгөлдөр һыуы ҡан баҫымын яҡшыртты. Тимәк, иммунитет яҡышрғандыр...Тулыраҡ сайтта.

Коронавирустан вакцина эшләтеү-эшләтмәү—бөгөн көнүҙәк һорау. Яңыраҡ бер танышым менән һөйләшеп киттек тә ошо һорауҙы ҡуҙғатмай булдыра алманым:
--Вакцина эштәттеңме?
--Бер туғандарым эшләтеп бөттө, мин әлегә ҡурҡам.
--Нисек һаҡланырға уйлайһың һуң?
--Иртәнсәк бер теш һарымһаҡты ас ҡарынға эсәм. Кистән һолоно 5 минут ҡайнатып алам да иртәгәһенә шуны эсәм дә йөрөйөм. Ә кис сөгөлдөр һыуы әҙерләп алам. Сөгөлдөрҙө тураҡлап алам да (ҡайнатмайһың) шуның һутын эсәм.
--Ярҙамы тейәме һуң?
--Тейә. Һарымһаҡ йота башлағандан алып теш ҡаҙналары ҡанамай. Һолонан организм, битемдең тиреһе таҙарҙы. Сөгөлдөр һыуы ҡан баҫымын яҡшыртты. Тимәк, иммунитет яҡышрғандыр.
Ысынлап та, һарымһаҡ та, һоло ла, сөгөлдөр ҙө бик файҙалы. Ҡиммәт түгел. Хатта баҡсабыҙҙа ла үҫә. Бары тик онотмай, йыбанмай ҡулланырға кәрәк.
ҺАРЫМҺАҠ ХАҠЫНДА:
Һарымһаҡ бактерияларға көрәшә. Даими ҡулланғанда йөрәк-ҡан тамыры системаһын яҡшыртырға мөмкин. Ҡан әйләнешен көйләй, зыянлы холестериндан ҡотҡара, тромбтар булыуҙан, инсульт һәм инфаркттан һаҡлай.
Һарымһаҡ тешен бөтәүләй йоторға мөмкин. Ул сабыйҙарға ла файҙалы, тик дозировканы оноторға ярамай. Хәтерҙе яҡшырта, яман шештән ҡурсалай, аш эшкәртеүҙе ипкә килтерә, паразиттарҙан арындыра, хатта кәйефте күтәрә.
Һарымһаҡ ДНК структураһын боҙолоуҙан һаҡлай. Зыянлы бактериялар һарымһаҡтан “ҡурҡа”. Шуға ла һыуыҡ тейеүҙән көслә дуҫ ул. Иммунитетты күтәрә.
Көн дә иртәнсәк уянғас та, йыуынғанға тиклем үк, бер теш һарымһаҡты йотоп, артынан һыу эсеп ҡуйыуҙы ғәҙәтегеҙгә индерегеҙ.
Ауырмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ!

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Резеда Валиева