Прививка яһатырғамы юҡмы? Был һорау коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатмаған һәр кемде борсой. Был хаҡта белгестәр ниндәй фекерҙә? Прививка яһатыусылар үҙҙәрен нисек тоя?
Мәғлүм булыуынса, коронавирус сире айырыуса ололар өсөн хәүефле. Яман инфекциянан вафат булыусыларҙың 90 проценты 65 йәштән үткән ололар булыуы уларҙы ауырыу йоҡтороуҙан ҡурсалау кәрәклеген иҫкәртә. Күп осраҡта сир йәшертен үтә, шуға күрә йәштәр үҙҙәренең ауырыуын белмәй ҙә тороп, оло ата-әсәһен, туғандарын зарарлауы ихтимал.
--Ҡалалаштарҙың иммунитет ҡатламын нығытыр өсөн беҙгә 28 мең 300 кешегә прививка яһарға кәрәк. Вакцинацияны бөтәһе лә, шул иҫәптән 60 йәштән уҙғандар ҙа яһатырға тейеш. Вакцинация коллектив иммунитет булдырыу өсөн бик мөһим. Шулай уҡ үҙеңде коронавирус инфекциянан һаҡлау өсөн кәрәк. Бәлиғ булмағандар, йөклө, бала имеҙгән ҡатындарға вакцина яһатырға ярамай. Хроник, киҫкен инфекцион сирлеләр ҙә прививка яһата алмай,--ти Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Гүзәл Һөйөндөкова.
Вакциянация өлкәндәр поликлиникаһының 1-се ҡатындағы 109-сы бүлмәлә үткәрелә. Башта анкета тултырырға кәрәк. Унан табип ҡарай һәм сикләүҙәр булмаһа 109-сы бүлмәгә йүнәлтмә бирә.
Дауаханаға бөтәһе 4150 дана Гам-ковид-вак вакцинаһы килтерелгән.
Әлеге ваҡытта Сибайҙа 4 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан да инде. Иммунизация ике этапҡа бүленеп 21 көн арауығында уҙғарыла. Прививка яһатыусы транспорт ярҙамында йөрөтөүгә һәләтһеҙ булһа, вакцинананы мобиль бригада саҡыртып яһата ала. Бының өсөн үҙәк дауахананың ҡыҙыу линияһының һандарына шылтыратып прививка яһатырға теләүегеҙҙе белгертергә кәрәк. Бынан тыш ҡалала 2 урында күсмә пункт бар, теләгән ваҡытта уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Пункттарҙың береһе үҙәк майҙанда «Урал аръяғы» сауҙа комплексы янында урынлашҡан. Ул көндөҙгө сәғәт өстән алып киске етегә ҡәҙәр эшләй.
--Коронавирустан әле генә прививка яһаттым. Уны бөтә кеше лә эшләтергә тейеш тип иҫәпләйем. Донъяла үҙенән-үҙе бөткән бер генә эпидемия ла юҡ. Шуны аңлағыҙ: вакцинация уҙғармай тороп сирҙе еңеп булмай, --ти Сибай ҡалаһы ҡала Советы рәйесе Владимир Косарев.
Эске эштәр органдары ветераны Батырша Айытов та саранан ситтә ҡалмаған.
--Ауырыу йоҡһа һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата. Шуға ла ваҡытында прививка яһатып, сиргә ҡаршы иммунитет булдырыр кәрәк,--ти Батырша Айытов.--Сир йоҡҡан хәлдә лә ул еңел рәүештә үтә. Мин эшләттем һәм бер ҙә үкенмәйем, үҙемде яҡшы тоям. Прививка ҡаҙаған урын беленмәй ҙә, ҡыҙарманы ла, боҙолманы ла. Бер ниндәй ҙә ауыртыныу тойманым. Бөтәһе лә яҡшы.
Статистик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, коронавирусты ололар йәштәргә ҡарағанда ауырыраҡ үткәрә. Организмдары өҙлөгә, айырыуса үпкәләре зыян күрә. Был иң беренсе сиратта иммунитеттың ҡаҡшауына, хроник сирҙәрҙең аҙыуына бәйле. Ошонан сығып белгестәр 60 йәштән өлкәндәргә вакцина яһатыуҙы һуҙмаҫҡа кәңәш итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.