АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
22 Марта 2021, 12:15

Ҡабаҡ төшө файҙалы

Ҡабаҡ төшөндәге май үҙенең составы менән зәйтүн майынан бер ҙә ҡалышмый һәм ул йөрәк өсөн файҙалы. Калийға бай булыуы менән ул ҡан баҫымын көйләп тора.

Ҡабак орлоғо (төшө) ҡандағы холестерин күләмен, инфаркт, инсульт, атеросклероз булыу ҡурҡынысын кәметә, ҡан әйләнешен яҡшырта, паразиттарға ҡаршы көрәшә, ҡартайыу процессын аҡрынайта, ауырлы ҡатындарға ул токсикоз ваҡытында булыша, ә спортсыларға мускул массаһын үҫтерергә ярҙам итә.

Ҡабаҡ төшө витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай. Уның составында 50-нән артыҡ микро- һәм макроэлемент бар.

Ҡабаҡ төшөндәге май үҙенең составы менән зәйтүн майынан бер ҙә ҡалышмый һәм ул йөрәк өсөн файҙалы. Калийға бай булыуы менән ул ҡан баҫымын көйләп тора. Уның составындағы Е витамины сәстең сәләмәтлеге өсөн кәрәк, шулай ук тән тиреһен дә ҡартайтмай. Ҡабаҡ төшендәге А витамины күҙ ауырыуҙарын булдырмаҫҡа булыша.
Читайте нас