Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Февраль 2021, 11:10

Вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта

25 февралгә ҡарата Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 73 442 кеше уның беренсе компонентын алған. Шуларҙың 16 012-һе препараттың икенсе компонентын да яһатҡан.Башҡортостанға “Спутник V”-тең 113 592 дозаһы килгән. Урындарҙа вакцинациялау буйынса 97 пункт эшләй.Коронавирустан прививка яһатыу өсөн түбәндәге юлдар менән яҙылырға мөмкин:– дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;– “Табипҡа”мобиль ҡушымтаһы йәки https://doctor.bashkortostan.ru/республика сайты буйынса;– колл-үҙәктең берҙәм телефон һандарына шылтыратып (1301 һәм 112);– поликлиника регистратураһында;– ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә (347) 218-19-19 телефоны буйынса.“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә етештерелгән “Спутник V” вакцинаһы 25-тән ашыу илдә теркәлгән дә инде. Тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, уның һөҙөмтәлелеге 91,6 процент тәшкил итә.

25 февралгә ҡарата Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 73 442 кеше уның беренсе компонентын алған. Шуларҙың 16 012-һе препараттың икенсе компонентын да яһатҡан.
Башҡортостанға “Спутник V”-тең 113 592 дозаһы килгән. Урындарҙа вакцинациялау буйынса 97 пункт эшләй.
Коронавирустан прививка яһатыу өсөн түбәндәге юлдар менән яҙылырға мөмкин:
– дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
– “Табипҡа”мобиль ҡушымтаһы йәки https://doctor.bashkortostan.ru/республика сайты буйынса;
– колл-үҙәктең берҙәм телефон һандарына шылтыратып (1301 һәм 112);
– поликлиника регистратураһында;
– ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә (347) 218-19-19 телефоны буйынса.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә етештерелгән “Спутник V” вакцинаһы 25-тән ашыу илдә теркәлгән дә инде. Тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, уның һөҙөмтәлелеге 91,6 процент тәшкил итә.