Сибай үҙәк дауаханаһында төбәк ҡан тамырҙары үҙәге үҙ ишектәрен асты. Бында киҫкен коронар синдромлы сирлеләргә махсус медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Яңы үҙәк структураһы кардиология һәм рентгенэноваскуляр бүлектәрен берләштерә. Рентгенэноваскуляр бүлектең рентген хирургияһы операция бүлмәһе яңы заманса ангиограф комплексы менән йыһазландырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ҡайтарылған комплекс юғары технологиялы операциялар яһау мөмкинлеге бирә. Ҡан тамырҙары, йөрәк сиренә юлығыусыларға махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн булдырылған был операция бүлмәһе Сибайҙа ғына түгел, Урал аръяғында берҙән-бер медицина үҙәге булып тора.