АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Февраль 2021, 12:45

ЙӨҘЙӘШӘР КӘҢӘШТӘРЕ

1. Тирә-йүндәге тереклекте—үлән-сәскәләрҙе, ҡоштарҙы, ағастарҙы, йәнлектәрҙе, ерҙе, күкте күрергә, һәр нәмәгә ҡыуанырға өйрәнегеҙ. Уларға изге, асыҡ күңел менән бағығыҙ. Шул саҡта бер китапта ла яҙылмаған серҙәрҙе асырһығыҙ. Күңелең нурланып, ҡанатланып китер.2. Ерҙә бер нисә минут булһа ла ялан аяҡ йөрө. Тупраҡ көсөн тойорһоң.3. Һыуға төшөү мөмкинлеге булһа, төш. Ул арыуҙы алыр, уйҙарҙы таҙартыр.4. Һыуһағаныңды көтмә, таҙа һыу эс. Ул шәп дауа. Шешәләрҙәге татлы, тоҙло һыуҙарҙы эсмә. Тәүгеһе бауырҙы ултырта, икенсеһе ҡан тамырҙарын ҡыҫа.5. Өҫтәлеңдә һәр саҡ йәшелсә булһын. Иң тәү сиратта—сөгөлдөр. Шунан да шәп ризыҡ юҡтыр. Унан--фасоль, ҡабаҡ, еләктәр, кишер, помидор, борос, шпинат, салат, алма, виноград, слива.6. Ашағың килһә, ит аша, тик йыш түгел. Сусҡа ите ашама!

Йөҙйәшәр ошондай кәңәштәр бирә:

1. Тирә-йүндәге тереклекте—үлән-сәскәләрҙе, ҡоштарҙы, ағастарҙы, йәнлектәрҙе, ерҙе, күкте күрергә, һәр нәмәгә ҡыуанырға өйрәнегеҙ. Уларға изге, асыҡ күңел менән бағығыҙ. Шул саҡта бер китапта ла яҙылмаған серҙәрҙе асырһығыҙ. Күңелең нурланып, ҡанатланып китер.
2. Ерҙә бер нисә минут булһа ла ялан аяҡ йөрө. Тупраҡ көсөн тойорһоң.
3. Һыуға төшөү мөмкинлеге булһа, төш. Ул арыуҙы алыр, уйҙарҙы таҙартыр.
4. Һыуһағаныңды көтмә, таҙа һыу эс. Ул шәп дауа. Шешәләрҙәге татлы, тоҙло һыуҙарҙы эсмә. Тәүгеһе бауырҙы ултырта, икенсеһе ҡан тамырҙарын ҡыҫа.
5. Өҫтәлеңдә һәр саҡ йәшелсә булһын. Иң тәү сиратта—сөгөлдөр. Шунан да шәп ризыҡ юҡтыр. Унан--фасоль, ҡабаҡ, еләктәр, кишер, помидор, борос, шпинат, салат, алма, виноград, слива.
6. Ашағың килһә, ит аша, тик йыш түгел. Сусҡа ите ашама!
7. Колбаса, ҡыҙҙырылған картуф, печенье, тәмлекәстәр, консервалар, маринадланған аҙыҡтар – насар. Ярма, фасоль, йәшел тәмләткестәр – иң яҡшы ризыҡ. Йыртҡыс ит ашай, ялҡау, саҡ йөрөй. Ат һоло ашай, йөктө шәп тарта. Саранча үлән ашай, шуға ла оса ала. Уйланығыҙ!
8. Аҙлап-аҙлап йыш аша. Күберәк шыйыҡса эс: һыу, компот. Йәшелсә аша. Кесе йома кистән йома кисенә тиклем бер ни ашамай, һыу ғына эсеп, организмды таҙартып алығыҙ.
9. Ураҙа тотоу – яҡшы ғәмәл. Ул организмды таҙарта, нығыта, йәшәртә.
10. Ҡояш һинең өсөн сыға һәм байый. Ҡояш менән бергә тор һәм эшлә, кис ял итерһең.
11. Көндөҙ ярты сәғәт серем итеп алыу ҡамасауламаҫ. Ашағандан һуң йоҡлама.
12. Оҙаҡ ултырма.
13. Саф һауала йышыраҡ бул. Өйҙәге һауа температураһы һалҡынса булһын. Аяҡ-ҡулың йылыла булһа булды. Тән йылынан ҡартая.
14. Тиҙ өшөүсән булһағыҙ, үлән төнәтмәһе (ҡарағат, ҡурай еләге, ҡайын еләге япраҡтары) эсегеҙ. Ҡыш уның файҙаһы күберәк булыр.
15. Сәтләүек ашағыҙ! Мейе эшмәкәрлеге өсөн яҡшы.
16. Кешеләргә итәғәтле, изгелекле бул. Һәр кемдән ниндәйҙер яҡшы ҡылыҡ алырға була. Кешеләрҙән үҙеңә дошман да, дуҫ та эшләмә. Шул саҡта уларҙан мәшәҡәт тә алмаҫһың.
17. Һиңә тәғәйенләнгән – һиңә буласаҡ. Түҙемле генә көтөргә өйрән. Күңелеңә ауырлыҡ йыйма, ул еңел булһын!
18. Күрәҙәселәргә, кәртселәргә ышанма! Күңел һәм йөрәгеңде таҙалыҡта тот!
19. Күңелеңә ауыр булһа, күберәк саф һауала йөрө. Ялан-ҡырҙарҙа, урманда, йылға буйында йөрөү насар уйҙарҙан арындырыр, һыу хәсрәттәрҙе алып китер. Тән һәм күңел өсөн иң яҡшыһы - ураҙа тотоу, доға ҡылыу һәм физик эш.
20. Күберәк хәрәкәт ит. Йөрөгән таш мүкләнмәй.
21. Мин бер ҡасан да шифаханаларҙа ял итмәнем, бер генә ял көнөн дә ятып үткәрмәнем. Шөғөл, эш алмаштырыу – минең өсөн ял. Ҡул эшләгәндә - күңел ял итә. Баш эшләгәндә - кәүҙәгә көс инә.
22. Аҙ һорама. Күп итеп һора. Шул саҡ аҙҙан күберәк алырһың.
23. Һәр нәмәнән файҙа эҙләп хәйлә ҡорма, үҙең файҙалы булырға тырыш. Сәскә атмаған гөл һулый.
24. Әсе һәм төртмә телле булма, шаян бул!
25. Артыҡ ашамағыҙ! Ас хайуан туҡ кешенән хәйләкәрерәк, сосораҡ.
26. Киске аштан һуң тышта йөрөү яҡшы.
27. Ашағандан һуң ҡапыл шыйыҡса эсмәгеҙ, ашар алдынан да ярамай. Улар араһында арауыҡ булырға тейеш.
28. Бала менән дауахана, дарыуханаға йөрөмәҫ өсөн, уны Тәбиғәткә тапшырығыҙ. Бәләкәйҙән ялан аяҡ йөрөргә өйрәтегеҙ. Был шәп сынығыу ысулы. Ҡояшҡа яндымы – бик һәйбәт, уны ҡырмыҫҡа йә һағыҙаҡ тешләнеме – был да насар түгел. Кесерткән саҡһа, һыуыҡ һыуға төшһә, ергә төшкән нәмәне ашанымы? Ҡайғырма! Сынығыр, белер, көслө булып үҫер. Рухи яҡтан да.
29. Йәшелсәне бысаҡ менән киҫһәгеҙ, ул тәбиғи көсөн юғалта. Бөтәүләй ашағыҙ, ҡул менән бүлегеҙ, бик булмаһа ағас ҡалаҡ менән…
30. Мотлаҡ магазин сәйен эсергә тимәгән. Йәш груша ботаҡтарынан төнәтмә--минең өсөн иң яҡшы сәй. Еҫе лә тәмле, үҙе лә файҙалы. Артыҡ тоҙҙарҙы, һыуҙарҙы сығара, һыҙланыуҙы баҫа. Кофе, сәй, татлы эсемлектәр, һыра йөрәкте бөтөрә.
Резеда Вәлиева тәржемәһе.
Яҙманы социаль төркөмдәргә, сайттарға алғанда, "Атайсал" гәзитенә һылтаныу мотлаҡ!
Читайте нас: