—Әсәйем медицина хеҙмәткәре һөнәрен дөрөҫ һайлаған. Холҡо ла, фиғеле лә тап килә. Уға алдынғылыҡ синдромы хас, шул сифатты беҙгә балаларында ла тәрбиәләгән. Эшкә тотонабыҙ икән, еренә еткерәбеҙ. Тормошта ла тап шулай булырға өйрәтә,—ти ҡәҙерлеһе тураһында ҡыҙы Илгизә.—Нимә теләйбеҙ шуны алдыбыҙға ҡуя. Ул бешергән аш-һыу телеңде йоторлоҡ тәмле. Әллә күпме ҡитғаларҙа булдым, ниндәй генә ресторандарҙа туҡланманым, әммә әсәйем әҙерләгән кеүек тәмле ризыҡ башҡа бер ерҙә лә ашағаным юҡ. Бөхтә, йыйнаҡ, йортобоҙ ҙа, баҡсабыҙ ҙа тап әсәйем тырышлығы менән күркәм. Әлбиттә, барлыҡ эштәрҙә лә Дим ҡустым уның ярҙамсыһы. “Эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн”,—тип буласаҡ ғаилә башлығын хеҙмәткә өйрәтә әсәйем.
Балалары әсәйҙәрен сикһеҙ яратҡан кеүек, Миңнур Миңдеғәле ҡыҙы ла улар өсөн өҙөлә. Ике бөртөгөнә ятһа ла, торһа ла сәләмәтлек, һаулыҡ, бәхет, тәүфиҡ, иман байлығы теләй. Илгизә Магнитогорск ҡалаһында юғары уҡыу йорто тамамлап, ҡулына ике юғары белем тураһында диплом алып Мәскәүҙә ҙур ерҙә эшләй. Сит илдәргә күп йөрөй, сәйәхәт итә. Диңгеҙгә ял итергә йыш ҡына әсәһе менән ҡустыһын да алып бара.
Тормош елдәре Миңнур Миңдеғәле ҡыҙын аҙ ҡаҡмаһа ла ул донъяға һөйөп баға. Туғандары, хеҙмәттәштәре өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Эшендә айырыуса ҙур абруй менән ҡаҙана. Наркология бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләгән коллегаһы Гөлшат Шәфҡәт ҡыҙы Миңнур Миңдеғәле ҡыҙының әлеге көндә тап уларҙың бүлегендә хеҙмәт итеүен, һәр ауырыуҙы дауалауға шәхсән ҡарауын, һөнәрен яратып башҡарыуын күптәргә өлгө итеп ҡуя.
Хөрмәтле Миңнур Миңдеғәле ҡыҙы! Һеҙҙе 50 йәшегеҙ тулыу айҡанлы хеҙмәттәштәрегеҙ, балаларығыҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ ҡайнар ҡотлай. Изге күңелле, игелекле, көслө рухлы, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуығыҙ күптәргә үрнәк. Һәр яңы көнгә ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың һөйөүен, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!