АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2021, 16:20

ХӘРӘКӘТТӘ—БӘРӘКӘТ

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Зөлфиә Туҡбаева етәкселегендәге бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙы көн дә йәйәү атларға сыға.

Билдәле булыуынса, 2021 йыл Башҡортостанда Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. “Иң мөһиме, иң ҡәҙерлеһе—кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере, реабилитация һәм башҡа ошоға бәйле мәсьәләләр. Республикала бының өсөн ресурстар етерлек тип һанайым”,—тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бигерәк тә пандемия осоронда һаулығыбыҙҙың ни тиклем әһәмиәтле, ғүмеребеҙ ҡәҙерле булыуын һәр кем яҡшы тойҙо. Коронавирус күптәрҙе, шул иҫәптән яҡындарыбыҙҙы ла аяманы, йәшен-ҡартын айырып торманы. Шуға күрә һәр кем сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға, спорт менән шөғөлләнергә, үҙ һаулығына етди иғтибар бирә башланы. Был аңлашыла ла, сөнки һау-сәләмәт тәндә—сәләмәт рух, көслө ихтияр көсө.
Бөгөн һәр ауыл-ҡалала өлкән йәштәгеләрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә ҡулдарына таяҡ тотоп, көнөнә бер нисә саҡрым йәйәү атлаған кешеләрҙе осратырға мөмкин. Улар скандинав йөрөшө менән әүҙем шөғөлләнеүселәр.
Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында йәшәүселәр ҙә спорттың был төрөн күптән үҙ иткән. Зөлфиә Туҡбаева етәкселегендәге бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙы көн дә йәйәү атларға сыға. Һәр кис һайын ауыл янындағы күпергә ыңғайлаған төрлө йәштәге бер төркөм халыҡтың таяҡҡа таянып атлауҙары тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ күренһә лә һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле. Скандинавса йөрөү йәки атлау—физик әүҙемлектең бер төрө, махсус таяҡтар ярҙамында атлау техникаһы. Тыуған ере—Финляндия. 1990 йылдарҙа ул бөтә донъяға билдәлелек яулай. Был төр буйынса атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулдары “хәрәкәтләнә”, 46 процентҡа күберәк калория ашала.

Мәҡәләнең тулы вариантын 22 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: