--Ил һәм республика етәкселәре медицина ойошмаларына төрлө яҡтан ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы пациенттарҙы медицина ойошмаларына, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттарға алып барыу өсөн тәғәйенләнгән 4 автомобиль алды. Был заманса машиналарҙың асҡыстарын Урғаҙа, Бикеш, Иҫке Сибай медицина учреждениеларына һәм Баймаҡ Үҙәк ҡала дауаханаһына тапшырҙыҡ. Шуныһы мөһим: яңы техника ауыл ерендә йәшәүселәргә медицина ярҙамын тағы ла уңайлыраҡ итә һәм табиптарға халыҡтың һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә булышлыҡ бирә. Фиҙакәр һәм изге хеҙмәтегеҙ өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Етди һынауҙар осоронда һеҙ үҙ бурысығыҙҙы лайыҡлы башҡараһығыҙ.