Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Ғинуар 2021, 17:05

КИВИ ФАЙҘАҺЫ

Бөйөрҙә таш булғанда, анемия, атеросклероз, ревматизм йонсотҡанда киви яҡшы дауа булып тора...

Киви емешендә А, В, В1, В2, В3, В6, С, Е, магний, калий, каротин, ферменттар, минераль тоҙҙар, натрий, никотин кислотаһы бар.
  • Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ҡаҡшағанда уны ҡулланыу яҡшы. Ҡан тамырҙарын нығыта, ҡан баҫымын, тоҙ-һыу балансын көйләй, шунлыҡтан шешенеүҙән (отек) аралай.
  • Көнөнә бер киви ашау тәүлек әйләнәһенә етерлек С витамины менән тәьмин итә, иммунитетты нығыта, инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ бирә, һауығыуҙы тиҙләтә.
  • Составындағы пектин эсәктәр өсөн яҡшы. Улар микрофлораны көйләп, зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыйып, матдәләр алмашыныуҙы яҡшыртып ебәрә.
  • Киви диета өсөн ҡулайлы. Ул аҙ колориялы, шул уҡ ваҡытта күп минералдарға, витаминдарға бай. Көсөргәнеште, арыуҙы кәметә. Һыу-тоҙ балансын көйләүе менән ябығырға булышлыҡ бирә.
  • Бөйөрҙә таш булғанда, анемия, атеросклероз, ревматизм йонсотҡанда киви яҡшы дауа булып тора.


  • Табип менән кәңәшләшегеҙ.