Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Ноябрь 2020, 17:05

Д витамины ни өсөн кәрәк?

Бөгөн табиптар дөрөҫ туҡланыуға иғтибар бүлергә саҡыра. Айырыуса ҡурҡыныс сир янаған мәлдә витаминлы аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша. Айырып ҡына Д витаминын ашарға өндәүселәр ҙә бар. Ә ҡайһы ризыҡтар әлеге витаминға бай. Күҙ һалайыҡ.Д витамины һөйәктәрҙе нығыта, фосфор кимәлен көйләй, ҡан ойошоусанлығын нормала тота, иммунитетты нығыта.

Бөгөн табиптар дөрөҫ туҡланыуға иғтибар бүлергә саҡыра. Айырыуса ҡурҡыныс сир янаған мәлдә витаминлы аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша. Айырып ҡына Д витаминын ашарға өндәүселәр ҙә бар. Ә ҡайһы ризыҡтар әлеге витаминға бай. Күҙ һалайыҡ.
Д витамины һөйәктәрҙе нығыта, фосфор кимәлен көйләй, ҡан ойошоусанлығын нормала тота, иммунитетты нығыта.
Д витамины (кальциферол) организмда кальция һәм фосфор метаболизмын көйләү, үҫтереү өсөн бик мөһим. Шулай уҡ
-кәрәкле матдәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итә;
-организмдағы шлак һәм токсиндарҙы кәметә;
- фигураны тоторға ярҙам итә;
-йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә кәртә булып тора;
-тире ауырыуҙары менән көрәшә;
- баш мейеһе эшмәкәрлеген көсәйтә, кәйефте күтәрә;
-гормональ балансты тота, эстроген, тестостерон синтезын яҡшырта;
-иғтибарҙы арттыра, уҡыусыларға ярҙам итә.
Билдәле, һәр нәмәлә сама мөһим. Витаминдарҙы ҡулланғанда ла кешенең йәшен, енесен, һаулыҡ кимәлен иғтибарҙа тоторға кәрәк. Д витаминын үҙләштереү өсөн йәш организмға иртәнге 11.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә ҡәҙәр ҡояш ваннаһын алыу ҙа етә. Өлкәндәр өсөн доза– 500-600 МЕ. Д витамины айырыуса үҫмерҙәргә, ауырлы ҡатындарға, өлкән йәштәгеләргә кәрәк. Ҡыш көнө ҡояш һүрелә, шуға ла ошо осорҙа Д витаминлы аҙыҡтарҙы ашарға кәңәш ителә.
Балыҡ, балыҡ майы, бауыр (һыйыр малының), майҙағы шпроттар, тауыҡ йомортҡаһы, һыйыр һәм кәзә һөтө, сыр, 5 йә 9 процентлы аҡ эремсек Д витаминына бай.
Саф һауала күберәк йөрөү ҙә ярҙам итер.