Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Хәйбулла районының Степной ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Башҡа ауылдарҙа төҙөлгән медицина учреждениеһынан айырмалы рәүештә яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ эсенә фельдшер өсөн өс бүлмәле фатирҙы ла ала. Был—республикала сафҡа ингән иң тәүге проекттарҙың береһе, ул Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Яңы медицина учреждениеһында сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн бар шарттар тыуҙырылған: тәүге ярҙам күрһәтеү, дарыуҙарҙы һаҡлау, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәләренән тыш, «Ашығыс ярҙам» машинаһы инеү өсөн айырым ҡапҡа, урын да ҡалдырылған. Фельдшер өсөн тәғәйенләнгән фатирҙа бар уңайлыҡтар бар: тура эшкә барыу юлы һәм урамға сығыу өсөн айырым ишектәр эшләнелгән.
Ауыл фельдшеры Әлифә Супанова ҡыуанысын йәшермәй, ул 768 кешене хеҙмәтләндерәсәк. «Фельдшер-акушерлык пунктының эргәһендә фатирҙың булыуы бигерәк тә уңайлы, сөнки төнмө, көнмө, ҡармы, буранмы, беҙгә кешеләр һәр саҡ мөрәжәғәт итә. Былай уңайлы булыр тип уйлайым»,—ти ул.
Быйыл Хәйбулла районында яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты—дүртенсеһе, яҡын арала тағы берәү үҙ ишектәрен асасаҡ.