Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Октябрь 2020, 14:15

ОНЛАЙН-КОНСУЛЬТАЦИЯ АЛЫРҒА МӨМКИН

Валентин Павлов физик әүҙемлеккә һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырҙы.--Һеҙҙең һаулыҡ – һеҙҙең ҡулда. Саф һауала йөрөгөҙ, үҙегеҙҙе алкоголь һәм никотин менән ағыуламағыҙ, тын алыу күнекмәләре эшләгеҙ, - ти профессор.

Башҡортостандағы “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлеге “Медицина хеҙмәткәрҙәре ковидҡа ҡаршы” онлайн-консультация серияһын башланы. Пандемия мәлендә “ҡыҙыл зонала” эшләүсе табиптар коронавирусты ишетеп кенә белмәй. Нәҡ улар онлайн эфирға сыға һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирә. Беренсе эфирҙа Зубово инфекция дауаханаһының табибы Глеб Глебов, БДМУ ректоры, профессор Валентин Павлов ҡатнашты.
--Республика халҡының яңы инфекцияға ҡарата һорауҙары бик күп: нисек дауаланырға, нисек реабилитация үтергә, нисек дөрөҫ итеп анализ тапшырырға? Был һорауҙарға белгестәр яуап бирһә, яҡшыраҡ. Шуға ла был эфир ниндәйҙер кимәлдә онлайн-консультация буласаҡ,- ти партияның төбәк бүлеге етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Бер сәғәт дауамында спикерҙар һорауҙарға яуап бирҙе. Иң тәүге сиратта тамашасыларҙы профилактика саралары ҡыҙыҡһындырҙы. Валентин Павлов физик әүҙемлеккә һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырҙы.
--Һеҙҙең һаулыҡ – һеҙҙең ҡулда. Саф һауала йөрөгөҙ, үҙегеҙҙе алкоголь һәм никотин менән ағыуламағыҙ, тын алыу күнекмәләре эшләгеҙ, - ти профессор.
Глеб Глебов тәүге ОРВИ билдәләре беленгәс тә антибиотиктар эсмәҫкә өндәне. Был хәлде ҡатмарлаштыра, аҙаҡ иһә пациентҡа тап килерҙәр дарыу табыуҙы ауырлыштыра, тине ул.
Спикерҙар ҡайһы осраҡта сирлеләр дауаханаға оҙатылғанын әйтте, ҡабатлап вирус йоҡторорға буламы, битлек кейергәме һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Трансляция яҙмаһын “Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.com/bashkortostanonline?w=wall-156878095_111696 һәм партияның рәсми ютуб-каналында https://vk.com/videos-156878095?z=video-156878095_456239739%2Fclub156878095%2Fpl_-156878095_-2 ҡарарға була.
Эфир аҙнаһына өс тапҡыр буласаҡ: дүшәмбе, шаршамбы, йома. Социаль селтәрҙәрҙә 17.00 сәғәттә ҡарарға онотмағыҙ. Киләһе эфир 28 октябрҙә.