Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2020, 18:05

БАЛДЫ ҺЫУҒА БУТАП ЭС

Бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы бал ҡушһағыҙ, ул ҡан плазмаһына бәрәбәр булыр. Һыуҙағы балдың шифаһы ҙур. Ул аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта, иммунитетты күтәрә. Тымау тейеүҙән, бронхиттан дауалай, үпкәләрҙәге артыҡ шыйыҡсаны сығара. Ашҡаҙан-эсәк буйындағы паразиттар ҙа баллы һыуҙан ҡурҡа. Организмдың бактерияға, вирусҡа ҡаршы тороу һәләте көсәйә.

Бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы бал ҡушһағыҙ, ул ҡан плазмаһына бәрәбәр булыр. Һыуҙағы балдың шифаһы ҙур. Ул аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта, иммунитетты күтәрә. Тымау тейеүҙән, бронхиттан дауалай, үпкәләрҙәге артыҡ шыйыҡсаны сығара. Ашҡаҙан-эсәк буйындағы паразиттар ҙа баллы һыуҙан ҡурҡа. Организмдың бактерияға, вирусҡа ҡаршы тороу һәләте көсәйә. Эсәктәрҙең микрофлораһы яҡшыра. Энурезды ла бөтөрә. Бал бөтә шыйыҡсаны йыйып ала, шуға ла төнөн бөйөр, һейҙек ҡыуығы ял итәсәк.
Баллы һыуҙы иртәнсәк ас ҡарынға бер тын да эсеү яҡшы.
* Табип менән кәңәшләшергә.