АТАЙСАЛ
-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Октябрь 2020, 19:45

Һарымһаҡлы һыу ҙа файҙалы

Яман сирҙәр таралған осорҙа һарымһаҡлы һыу эсеү ҡамасауламаҫ. Уны әҙерләү бик еңел.Шулай итеп, һарымһаҡтың бер тешен таҙартабыҙ һәм уртаға бүләбеҙ. Уны бер литрлыҡ фарфор сәйнүккә һалып, өҫтөнә бүлмә температураһындағы һыуҙы ҡоябыҙ.

Яман сирҙәр таралған осорҙа һарымһаҡлы һыу эсеү ҡамасауламаҫ. Уны әҙерләү бик еңел.
Шулай итеп, һарымһаҡтың бер тешен таҙартабыҙ һәм уртаға бүләбеҙ. Уны бер литрлыҡ фарфор сәйнүккә һалып, өҫтөнә бүлмә температураһындағы һыуҙы ҡоябыҙ.
Быны иртәнсәк эшләү яҡшыраҡ. Кискә һарымһаҡлы һыу ҡулланыуға әҙер булыр. Киске аштан 3-4 сәғәт үткәс, төнгөлөккә әлеге һыуҙы бер стаканға тулыр-тулмаҫ (2/3 өлөшөн) эсегеҙ. Иртәнсәк торғас та яңы һарымһаҡтан йәнә һыу әҙерләргә ҡуйығыҙ.
Ошолай итеп, бер ай дауамында эсһәгеҙ, һеҙгә вирус йоҡмаҫ.
Имен-һау булығыҙ, бәлә-ҡазалар, сирҙәр урап үтһен!