Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Сентябрь 2020, 00:25

Күренмәй шул йөрәк

29 сентябрь—Бөтә донъя йөрәк көнөБөгөн билдәләнгән Бөтә донъя йөрәк көнө кешенең төп органына иғтибарҙы арттырыу, йөрәк, ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен профилактикалауға ҡайтып ҡала.--Һәр кем COVID-19 хәүеф менән янай тип ҡурҡҡанда йөрәк тураһында иҫкәртеү бик мөһим. Ер йөҙөндө коронавирус һәм уның эҙемтәләре түгел, йөрәк, ҡан-тамырҙары ауырыуҙары иң күп үлем сәбәпсеһе булып тора,--ти Сибай үҙәк дауаханаһының беренсел ҡан тамырҙары бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Лариса Рәис ҡыҙы Ялалетдинова. –Әлеге мәлдә заманса аппаратура, технологиялар, көслө табиптар булғанда йөрәк торошон тикшертеү бер ни тормай. Бер аҙ ваҡыт бүлеү генә бурыс.

Бөтә нәмә лә кешенең йөрәге аша үтә: шатланһаң да, ҡайғырһаң да иң беренсе йөрәк сыға яҙа. Шуға ла ул тиҙ туҙа, өҫтәүенә кеше үҙенең сәләмәтлеген үҙе бөтөрә, дөрөҫ туҡланмай, аҙ хәрәкәтләнә, тәмәке тарта, спиртлы эсемлектәр ҡуллана.
Бөгән билдәләнгән Бөтә донъя йөрәк көнө кешенең төп органына иғтибарҙы арттырыу, йөрәк, ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен профилактикалауға ҡайтып ҡала.
--Һәр кем COVID-19 хәүеф менән янай тип ҡурҡҡанда йөрәк тураһында иҫкәртеү бик мөһим. Ер йөҙөндө коронавирус һәм уның эҙемтәләре түгел, йөрәк, ҡан-тамырҙары ауырыуҙары иң күп үлем сәбәпсеһе булып тора,--ти Сибай үҙәк дауаханаһының беренсел ҡан тамырҙары бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Лариса Рәис ҡыҙы Ялалетдинова. –Әлеге мәлдә заманса аппаратура, технологиялар, көслө табиптар булғанда йөрәк торошон тикшертеү бер ни тормай. Бер аҙ ваҡыт бүлеү генә бурыс.
Бүлектә Лариса Ялалетдинова менән бергә эшләүсе табиптар Әлфиә Бүләкова, Гүзәл Ҡадаева әлегә госпиталдә йәшен тиҙлегендә таралған сиргә ҡаршы көрәш алып барыуға йәлеп ителгән. Ваҡытлыса бүлектә яңғыҙ ҡалған белгескә урта медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡлы ярҙам күрһәтә. Табип белдереүенсә, бында Сибайҙан, Урал аръяғы райондарынан килгән ауырыуҙар оҙаҡ дауаланмай. Тикшеренеү үтеү менән тиҙ медицина ярҙамы автомобиле уларҙы республика клиник дауаханаһына алып барып та ҡуя. Һуңғы арала баш ҡала дауаханаһына вертолет менән эвакуациялау ҙа киң практикалана. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районынан килгән ауырыуҙы Лариса Рәис ҡыҙы вертолетҡа ултыртып Өфөгә оҙатты. Шулай итеп үҙәктән алыҫ йәшәүселәр ҙә баш ҡаланыҡыларҙан ҡалышмай, тейешле медицина ярҙамы ала.
--Беҙҙең бүлектә башлыса сире аҙғандар бағына. Ауырыуҙы киҫәтеү уны дауалауға ҡарағанда күптә отошло. Шуға ла хәлегеҙҙе ҡатмарлаштырмағыҙ, йөрәгегеҙ ауырта икән, шундуҡ дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Туҡланыуға, физик әүҙемлеккә баҫым яһағыҙ, насар ғәҙәттәрҙән арынығыҙ. Шул осраҡта йөрәгегеҙ һау, үҙегеҙ имен булырһығыҙ,--ти тәжрибәле табип-кардиолог Лариса Ялалетдинеова.
#нацпроекты#миллипроекттар